Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль , 14:44

Ә беҙҙең урамда байрам!

Ауылдаштарҙы, туғандарҙы бергә йыйған күңелле байрамды йылдар буйы һағынып, көтөп алыусан халыҡ. Ситтә йәшәгәндәр өсөн бигерәк тә ҡәҙерле ул. Ошо көндәрҙә Атингән ауылында атай-олатайҙарҙың тамырҙары менән танышырға, ауыл урамдарының тарихын белергә, белгәндәрҙе һөйләргә, белмәгәнде белергә урам байрамы ойошторолдо.

Ә беҙҙең урамда байрам!
Ә беҙҙең урамда байрам!

Байрамға әҙерлеккә барыһы ла дәррәү тотондолар: кәртә-ҡураларҙы йүнәтеп, юл, урам, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып, өй, ҡапҡа, рәшәткәләрҙе буяп, яңыртып ҡуйҙылар. Төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын өсөн барыһы ла эшләнде. Яҡынса 135 йыллыҡ тарихы булған ауыл төрлө төҫтәргә буялған рәшәткәләре, семәрле, милли биҙәктәр төшөрөлгән ҡапҡалары, матур тәҙрә яҡтарына ҡарап һоҡланырлыҡ булды. Ошонда тыуып-үҫеп, бөгөн ситтә ғүмер иткәндәр, ниндәйҙер сәбәп менән ауылына оҙаҡ ҡайтмағандарҙы бала саҡтағы һымаҡ байрам тағы бергә йыйҙы.

Байрамды асып, Атингән ауыл биләмәһе башлығы Айнур Юнысов халыҡты тәбрикләп, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләргә рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ауылдың тарихы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Ать Хинганский утарына 1893 йылда Воронеж һәм Полтава, Харьков, Курск губерналарынан Быковец, Сахно, Семенихин, Шаульский, Литовский, Богомолов, Бондаренко фамилиялы кешеләр күсеп килә. Бер йылдан утар халҡы аҡсаһына сиркәү төҙөлә, ул саҡта 21 ихатала 129 кеше йәшәй. Күскенселәргә 3 мең дисәтинә ер ҡарай, уларҙы урындағы башҡорттарҙан 5 тингә һатып алалар. 1901 йылғы мәғлүмәттәр буйынса утарҙа 60-тан ашыу йорт һәм 400 кеше иҫәпләнә. 1918 йылдан ауыл Советы эшләй, беренсе рәйесе Василий Филатович Быковец була. 1929 йылдың октябрендә «Ҡыҙыл Октябрь» ауыл хужалығы ойошторолоп, рәйесе итеп, Иван Васильевич Лихоманов һайлана.

Бөгөнгө көндә ауылда бөтәһе 8 урам, 184 йорт, 433 кеше иҫәпләнә. Мәсет, 9 йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл клубы, китапхана, фельдшер пункты, 5 магазин бар. 

Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 30-сы һанында уҡығыҙ!

Ә беҙҙең урамда байрам!
Ә беҙҙең урамда байрам!
Ә беҙҙең урамда байрам!
Ә беҙҙең урамда байрам!
Ә беҙҙең урамда байрам!
Ә беҙҙең урамда байрам!
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: