Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль , 15:03

Иштуған хәрби һөнәр һайлаған

Таныш булығыҙ: күҙҙәренән осҡон сәсрәп торған был егет – быйыл Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһының Жуков орденлы Новосибирск хәрби институтын тамамлаған  лейтенант Иштуған Ишемғолов.

Иштуған хәрби һөнәр һайлаған
Иштуған хәрби һөнәр һайлаған

Таныш булығыҙ: күҙҙәренән осҡон сәсрәп торған был егет – быйыл Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһының Жуков орденлы Новосибирск хәрби институтын тамамлаған  лейтенант Иштуған Ишемғолов.

Иштуған Аҡъяр ауылында Илгиз һәм Ләйсән Ишемғоловтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫеп, 1-се Аҡъяр мәктәбен тамамлағандан һуң, хәрбиҙәр һөнәрен һайларға ҡарар итә. Хәрби хеҙмәткәр булыу, тап бына ошо уҡыу йортона инеү хыялы унда өлкән кластарҙа белем алғанда тыуған. Шул уҡ хәрби институтты тамамлап, әлеге ваҡытта Силәбелә  хеҙмәт иткән ағаһы –  әсәһенең бер туған ҡустыһы  Ғәзиз Ибраһимов уның өсөн һәр саҡ өлгө булып тора.

Әммә физик яҡтан ныҡлы һәм яҡшы билдәләргә өлгәшкән егеткә абруйлы хәрби уҡыу йортона тәүге йылда уҡ уҡырға инергә насип булмай. Шуға ҡарамаҫтан Иштуған хыялынан һис тә баш тартмаған. И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында иретеп-йәбештереүсе һөнәре буйынса  бер йыл уҡып, уны ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, егет тағы ла Новосбирск хәрби институтына документтар бирә. Был юлы һынауҙарҙы уңышлы үтә һәм махсус тәғәйенлештәге көстәр факультетына уҡырға ингәндән һуң, тиҙ арала тәртипкә, ҡәтғи дисциплинаға өйрәнә һәм әлегә тиклем хәрби һөнәрҙе һайлауына бер генә тапҡыр ҙа үкенмәгән. Уҡыуы күп ваҡытын алыуға ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөн дә ташламаған яҡташыбыҙ спорт менән мауыға, милли көрәш, гер күтәреү буйынса ярыштарҙа ҡатнаша.

–Новосибирск хәрби институтына уҡырға инеү өсөн йәмғиәтте өйрәнеү һәм инглиз теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙым. Махсус тәғәйенлештәге көстәр факультетында төрлө сит телдәрҙе өйрәтәләр. Мосолман булараҡ мине ғәрәп төркөмөнә беркеттеләр, шулай итеп дөйөм дисциплиналарҙан тыш, биш йыл дауамында ғәрәп телен һәм мәҙәниәтен өйрәндем. 4-се курста уҡығанда беҙҙе тәржемәсе булараҡ стажировка үтеүгә Сүриә Ғәрәп Республикаһына ебәргәйнеләр. Бында ике ай дауамында хеҙмәт итеү осоронда хәрби колонналарҙы оҙатыу һәм һаҡлауҙа, патруллек итеүҙә ҡатнаштыҡ. Урындағы халыҡ менән аралашҡанда уларҙың диалекттары әҙәби ғәрәп теленән ныҡ айырылыуы асыҡланды, әммә беҙ юғалып ҡалманыҡ, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләнек, – ти Иштуған.

Сүриәлә лайыҡлы хеҙмәте өсөн уға хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы бирәләр. Әңгәмә барышында мәҡәләм геройы йәш егет-ҡыҙҙарҙы күңелдәренә хуш килгән һөнәр һайларға саҡырҙы.

–Әле генә мәктәпте тамамлағандар өсөн әлбиттә үҙеңә оҡшаған һөнәр һайлау көнүҙәк булып ҡала. Ә Ватанды һаҡлаусы – иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Ғәҙәттә уны минең кеүек Тыуған илде һаҡлау мөһимлеген аңлаған кешеләр үҙ итә.  Хәрби һөнәре күп яҡлы, кәрәк саҡта уларға педагог, психолог, тәржемәсе, техник белгес йә табип та булырға тура килә. Миҫал өсөн, минең “С” водитель категорияһы, БТР водителе танытмаһы бар, шулай тәүге ярҙам күрһәтеү, элемтә приборҙары һәм ҡоралдар менән эш итеү буйынса махсус курстар үттем. Хәрби дисциплина физик яҡтан ғына сыныҡтырып ҡалмай, бөтә яҡлап тәрбиә бирә, рухи яҡтан да көслө бер тормош мәктәбе булып тора. Шуға ла егеттәргә әрмелә хеҙмәт итеү мотлаҡ кәрәк, тип иҫәпләйем, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты әңгәмәсем.

Хәрби вузда уҡыу осоронда ул бында ышаныслы дуҫтар ғына түгел, ә үҙ йәрен дә тапҡан. Егет Новосибирск һылыуы Елена – Йәмиләне кәләш итеп алып, ғаилә ҡорған. Хәҙер йәштәр Силәбе ҡалаһында йәшәй, Тимур исемле ул үҫтерә. Иштуған Ишемғолов махсус тәғәйенлештәге ғәскәрҙәр составындағы взводтың командиры булып хеҙмәт итә.

–Подразделениела төрлө махсус белемгә эйә булыусылар бар, шул иҫәптән квадрокоптер менән идара итеүселәр, хәрби техника водителдәре, медиктар, саперҙар, кинологтар һәм башҡалар. Улар көн һайын белемен камиллаштырып, тәжрибә туплап, яңынан-яңы алымдарға өйрәнәләр. Оҙаҡламай подразделениены махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрергә ниәтләйҙәр. Шул ваҡытта взвод командиры булараҡ үҙем дә егеттәр менән бергә мотлаҡ алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡмын. Әгәр беҙ бармаһаҡ, илебеҙҙе кем һаҡлар? – тип тамамланы әңгәмәне батыр егет.

Тырыш һәм үҙ маҡсатына ирешеүсән, үҙ иленең ысын патриоты булған Иштуғанға тик уңыштар ғына юлдаш булһын.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: