Яңылыҡтар
19 Июль 2024, 04:26

Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!

Хәйбулла район мәҙәниәт йортонда методик бүлектәр араһында ойшторолған республика конкурсы сиктәрендә, «Оҫталыҡ сиктәре» тип аталған семинар-практикум үтте. Унда район мәҙәниәт йорто методистары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт һәм музей хеҙмәткәрҙәре, «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәкселәре һәм ағзалары, башҡорт милли кейемен һәм биҙәү-ҡулланма һөнәрҙәрен тергеҙеүселәр, кейеҙ баҫыу оҫталары, урындағы биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы ағзалары ҡатнашты.

Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!
Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!

 

Семинар-практикумда бороңғо кәсептәрҙе тергеҙеү кейеҙ баҫыу серҙәре, үҙенсәлектәре тураһында сығыштар яңғыраны. «Түңәрәк өҫтәл» артында кейеҙ баҫыуҙың әһәмиәтен, уның мөһимлеген һәм кәрәклеген асыҡлап, артабан Хәйбулла районында был кәсепте үҫтереү, заманға ҡарата яраҡлаштырып эшләү һәм уны ҡулланыу темаһы һыҙыҡ һҫтөнә алынды.

 Кейеҙҙе хәҙер хатта ауыл өйҙәрендә лә табып булмай. Ҡасандыр кейеҙҙе эш итеп көн күргән халыҡтар уның ниндәйерәк икәнен дә онотоп бара. Ләкин шуныһы ғәжәп: кейеҙҙән эшләнгән әйберҙәрҙе тотоп ҡарау, уның йылыһын, наҙын тойоу, боронғолоҡ менән бәйләнеш булдыра кеүек. Беҙ – яңы быуын кешеләре, ошо мөғжизә, кеше ҡулы ижад иткән бик кәрәкле һәм файҙалы икәнен аңлайбыҙ, тик тәғәйенләшенә, биҙәлешенә иғтибар итмәйбеҙ. Әммә кейеҙ менән яҡындан таныш кеше унан да уңайлы урын-ер ҡаралдыһын тапмай.

          Билдәле шәхес, яҡташыбыҙ, башҡорт милли кейемен һәм биҙәү-ҡулланма ижадын һәм һөнәрҙәрен тергеҙеү буйынса эш алып барған, «Талир тәңкә» этник төркөмөнә нигеҙ һалыусы Асия Ғәйнуллина һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылының «Вәзәм һуҡма шәле», «Серле биҙәктәр», клубы оҫталары кейеҙ балаҫ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Семинар-практикумда ҡатнашыусылар бер тауыштан:

-Хәйбулла районында кейеҙ баҫыу тураһында факттарҙы өйрәнеү, асыҡлау, кейеҙ балаҫтарҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу, киң ҡатлам вәкилдәренә сығарыу; кейеҙгә Хәйбулла районына ғына хас булған боронғо биҙәк һалыу технологияларын асыҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү өҫтөндә эш алып барыу; кейеҙ менән эшләгән рәссам-педагогтарҙың профессионализмын һәм педагогик тәжрибәһен үҫтереүгә, шулай уҡ түңәрәккә йөрөгән балаларҙың ижади потенциалын асыҡлауға булышлыҡ итеү; мәктәптәрҙә «Ағинәйҙәр» ҡатын-ҡыҙҙар советы йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү; Хәйбулла районында кейеҙ баҫыу тураһында район һәм республика матбуғаты биттәрендә тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм халыҡты тыуған яғыбыҙға һөйөү тойғоларын үҫтереүгә йүнәлтелгән мәҡәләләр баҫтырыу; районда биҙәкле кейеҙ балаҫ баҫыуҙы үҫтереү өсөн төбәк һәм федераль гранттарҙа әүҙем ҡатнашырға тигән ҡарарға килделәр. Иң мөһиме, ошо юғалып барған кәсеп беҙҙең районда тергеҙелде. Халыҡтың этник үҙенсәлеккә ҡыҙыҡһыныуы артта.

Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!
Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!
Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!
Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!
Кейеҙ баҫам тиһәң, Хәйбуллаға кил!
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас