Республика етәкселеге ауылды яңыртыу, ауыл халҡының йәшәү сифатын күтәреү һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлау өсөн агросәнәғәт производствоһына һәм фермерлыҡҡа ярҙам итеү мөһим икәнлеген аңлай. Яңы предприятиелар үҫеше арҡаһында ауыл ерендә эш урындары булдырыла, эш хаҡы кимәле арта.
Башҡортостан һөт, һыйыр ите, ҡымыҙ, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттары етештереүгә баҫым яһаған юғары үҫешкән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы төбәге булып тора.
Райондың ауыл хужалығын 11 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 114 фермер хужалығы һәм 3 ауыл ҡулланыусылар кооперативы эшмәкәрлеге алып бара.
Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса 2023 йылдың 1 ғинуарынан декабргә тиклем ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 178 млн. 558 мең һумлыҡ суммаға 66 берәмек техника һәм ҡорамал һатып алынған. Уларҙың 8-е яңы трактор, 6 комбайн, 3 сәсеү комплексы, 3 автомобиль.
Шулай уҡ 2023 йылда Ю.В.Погорелов крәҫтиән-фермер хужалығында конвейерлы иген киптереү ҡоролмаһы төҙөлгән. Объект төҙөлөшөнә бөтәһе 6 млн 792 мең һум һалынған. Яңы Украинка ауылында И.С.Сөләймәнов крәҫтиән-фермер хужалығында 3 млн 50 мең һум суммаға техникаларҙы ҡуйыу һәм ремонтлау, игенде һаҡлау өсөн комплекслы ҡоролма төҙөлгән.
2023 йыл башынан декабргә тиклем федераль һәм республика бюджетынан 42,130 миллион һумлыҡ субсидиялар алынған:
– Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға субсидиялар -7,016 миллион һум;
- минераль ашламалар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия 2,300 миллион һум бүленгән;
- үҫемлекселек өлкәһендә бәйләнмәгән ярҙам күрһәтеү буйынса субсидиялар -19,027 млн, һум;
- һөт етештереүгә һәм һатыуға субсидиялар - 0,134 миллион һум
- иген етештереү һәм һатыу буйынса субсидия - 7,844 миллион һум
- ит малсылығын үҫтереүгә субсидиялар - 3,643 миллион һум
- элиталы орлоҡсолоҡҡа булышлыҡ итеү буйынса субсидия - 2,166 миллион һум.
Шулай уҡ “Агростартап”, “Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” программалары эшләй. Уның сиктәрендә фермерҙар төрлө суммала гранттар ала.
-Беҙҙең районға, тәү сиратта, үҫемлекселек хас. Бөгөнгө көндә сәсеүлек майҙандары буйынса республикала лидерҙар иҫәбендәбеҙ. Ағымдағы йылда ул 80 меңдән ашыу гектар тәшкил итә. Беҙҙең аграрийҙар быйыл ҡаты сортлы бойҙайға баҫым яһаны һәм ул 18 мең гектар тәшкил итә. Бойҙай 40 мең, арпа 30 мең тирәһе, шулай уҡ һоло, майлы культуралар тәшкил итә. Йыл насар килмәне, яҡшы уңыш алырға ышаныс бар. Бөгөн иң төп проблемаларҙың береһе игенгә хаҡ түбән булыуы. Әлбиттә, ул эшкәртеү талап итә. Әле Ҡытай, Иран һәм башҡа илдәр йүнәлешендә яңы баҙарҙар асыла. Шуға күрә һорау буласаҡ тип уйлайым. Әлбиттә, малсылыҡты үҫтереүгә баҫым яһарға кәрәк. Бының өсөн мөмкинлек һәм потенциал бар. Йыл һайын беҙҙең аграрийҙар төрлө субсидиялар, техника, сәсеү комплекстары һатып ала, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү
Башҡортостанда 2020-2022 йылдарҙа ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүгә 6,2 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 3,6 миллиардын федераль ҡаҙна бүлгән. Программаның төп йүнәлештәре — торлаҡ, социаль объекттар, инфраструктура төҙөү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2024-2030 йылдарға ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы проектын әҙерләне. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме ете йылда 13,8 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Программа республика бюджетынан, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финансланасаҡ. 2024 йылға уның сараларына 1,5 миллиард һум йүнәлтелә, артабанғы йылдарҙа — 2,05 миллиард һум. Аҡсаның күп өлөшө республика бюджетынан бүленәсәк: 2024 йылда сумма 1,2 миллиард һум тәшкил итәсәк, артабанғы йылдарҙа — 1,9 миллиард һум. Бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 2024 йылда 104,9 миллион һум һәм артабанғы йылдарҙа 91,2 миллион һум йүнәлтеләсәк.
Районда “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса район үҙәгендә интернат менән бергә 550 урынлыҡ яңы мәктәп, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө. Аҡъяр ауылының М.Ғафури, Сиҙәмдең 50 йыллығы, Р.Рәхимов урамдарына, Бүребайҙың яңы кварталдарына газ үткәрелде. Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы бинаһында инеү төркөмө капиталь ремонтланды һәм ағас тәҙрә блоктары алмаштырылды. Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында үҙенән-үҙе ағыусы канализация коллекторы ҡуйылды. Быйыл Аҡъяр ауылының Мортазин урамы төҙөкләндерелә.
-“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса районда күп кенә эштәр башҡарылды. Район үҙәгендә яңы мәктәп был программа сиктәрендә төҙөлдө. Быйыл иһә Мортазин урамында тротуар эшләйбеҙ. Был программа төрлө йүнәлештәрҙе ҡарай. Ул терәк ауылдарҙы комплекслы үҫтереүҙе ҡарай. Шуға күрә йыл һайын уға заявка бирәбеҙ. Республика кимәлендә район был программала әүҙем ҡатнаша, - тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Рәзилә Байғусҡарова.