Һыу иҫәпләгес приборҙарын ҡасан һәм нисек алмаштырырға? Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре менән берлектә мәсьәләгә асыҡлыҡ индерәбеҙ.
Иҫәпләү приборҙарының техник паспортында уның хеҙмәт итеү ваҡыты күрһәтелә. Ҡағиҙә булараҡ, ул 12 йыл тәшкил итә. Әгәр ошо ваҡыт тамамланһа, иҫәпләү приборын 30 көн эсендә алмаштырырға кәрәк. Шулай уҡ, төҙәтеп булмаҫлыҡ етешһеҙлектәр булһа ла уны алмаштырыу зарур.
Ҡорамалдарҙың төҙөклөгөнә инаныу өсөн иҫәпләү приборын тикшереп ҡарайҙар. Һыуыҡ һыуҙы иҫәпләү приборын - 6, ә эҫе һыуҙыҡын 4 йыл һайын тикшертәләр.
Иҫәпләү приборын нисек алмаштырырға?
Яңы ҡорамал һатып алығыҙ.
Иҫке иҫәпләү приборындағы күрһәткестәрҙе яҙып алығыҙ.
3⃣ 30 көн эсендә идарасы компанияға йәки ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаға иҫәпләү приборын алмаштырыу кәрәклеге хаҡында хәбәр итегеҙ. Шулай уҡ һуңғы күрһәткестәрҙе тапшырырға кәрәк. Мөрәжәғәт иткәндән һуң, белгес килеп, иҫке приборҙы һүтеп ала һәм яңыһын ҡуя.
4⃣ Контроль пломба ҡуйғандан һуң иҫәпләгесте файҙаланыуға тапшырыу актына ҡул ҡуйығыҙ. Уны ике данала төҙөйҙәр, береһе һеҙҙә ҡала.
Документта:
— приборҙы файҙаланыуға тапшырыу датаһы, ваҡыты һәм адресы;
— иҫәпләү приборын ҡуйған белгестәрҙең исем-шәрифтәре, вазифалары һәм бәйләнеш телефондары;
— иҫәпләгестең төрө һәм завод номеры, шулай уҡ уны ҡуйған урын;
— киләһе тикшереү датаһы күрһәтелә.
5⃣ Иҫәпләгес приборҙы теркәү өсөн берҙәм иҫәп-хисап үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ. Һеҙгә иҫәпләгестең паспорты, файҙаланыуға тапшырыу, эштәрҙе ҡабул итеү-тапшырыу акттары, ҡорамалды урынлаштырыу тураһында килешеү кәрәк буласаҡ.
6⃣ Документтарығыҙҙы теркәгәндән һуң артабан күрһәткестәрҙе тапшыра алаһығыҙ. Ғәҙәттә, документтарҙы өс эш көнө эсендә теркәйҙәр.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан