Яңылыҡтар
17 Июль 2024, 09:14

Татыу ғаилә - ил күрке

Районда күп бала үҫтергән өлгөлө ғаиләләр бихисап. Улар милләтебеҙ ҡото, өмөтлө киләсәге. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Айнур һәм Гүзәл Ҡоҙабаевтар шундай ғаиләләрҙең береһе.

Татыу ғаилә -  ил күркеТатыу ғаилә -  ил күрке
Татыу ғаилә - ил күрке

Ағымдағы йыл илдә Рәсәй Президенты указы буйынса Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ҡарар ғаиләләрҙе яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендәге сәйәсәтте популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Был йүнәлеш Башҡортостан Республикаһында ла өҫтөнлөклө булып ҡала.

Беҙҙең районда ла күп бала үҫтергән өлгөлө ғаиләләр бихисап. Халҡыбыҙҙың көсө уның ныҡлы, рухлы ғаиләләренән башлана. Улар милләтебеҙ ҡото, өмөтлө киләсәге. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Айнур һәм Гүзәл Ҡоҙабаевтар шундай ғаиләләрҙең береһе.

Ҡоҙабаевтарҙың ғаилә усағы 2008 йылдың 10 октябрендә ҡабынған. Улар ғаилә ҡотон һаҡлауға, төрлө ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.

Ҡоҙабаевтар 4 улға ғүмер биреп, уларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләй. Әлеге мәлдә өлкән улдары Сыңғыҙ 8-се, Урал 6-сы, Иҙел 3-сө класты тамамлаған. Һәммәһе лә спортты үҙ итә, бокс, дзюдо секцияларында шөғөлләнә. Ә инде иң бәләкәйҙәре Инсафҡа йәш ярым. Ул Ҡоҙабаевтарҙың өйҙәренең йәме. Әйтергә кәрәк, бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ҡолаҡҡа ятмаған исемдәр ҡушыу модаға ингәндә. Ҡоҙабаевтарҙың балаларына мәғәнәле башҡорт исемдәрен ҡушыуҙары маҡтауға лайыҡ.

-Күп бала үҫтереүе ауыр түгел, улар тормошобоҙ йәме, мәғәнәһе. Балаларыбыҙ өсөн йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа.  Улдарыбыҙҙы эшһөйәр, кешелекле, игелекле итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Киләсәктә күңелдәренә ятҡан һөнәр һайлап, тормошта үҙ юлдарын табыуҙарын теләйбеҙ. Киләсәктә беҙҙе уңыштары менән ҡыуандырып ҡына торһондар, - ти Ҡоҙабаевтар.

Айнур Зөфәр улы “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә 10 йыл электрик-слесарь булып эшләй. Ул ҡатыны һәм улдары өсөн өҙөлөп торған хәстәрлекле ғаилә башлығы.

- Ҡатын бәхете ирҙән, тиҙәр. Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым. Ул хәстәрлекле атай, ғаиләбеҙҙең терәк-таянысы. Миңә йорт эштәрендә һәр саҡ ярҙамлаша. Бөтә эште лә бергәләп башҡарабыҙ. Балаларыбыҙҙы ла ҡуша алып йөрөп, эшкә өйрәтәбеҙ. Улдарыбыҙ атайҙарын эштән ҡайтҡанын көтөп алалар. Эргәңдә ышаныслы кешең барын белеү, арҡаңды терәрлек парың булыуы йәшәргә көс өҫтәй, дәрт бирә,  - ти Гүзәл Ғәлләмитдин ҡыҙы.

Әле ишле ғаиләләргә дәүләт һәр яҡлап ярҙам итә. Төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Ҡоҙабаевтар ҙа төҙөлөш өсөн субсидия алып ҙур, иркен ике ҡатлы йорт һалып ингән. Кинйә улдары Инсаф тыуғас, күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән ипотеканы ҡаплауға субсидия алғандар.  Ғаиләгә атай-әсәйҙәре лә һәр яҡлап ярҙам итә.

-Атай-әсәйем, бейемем беҙгә терәк-таяныс. Бейем менән 13 йыл бергә торҙоҡ. Уның балалар тәрбиәләүҙә ярҙамы ҙур. Йорт төҙөгәндә лә ике яҡта ныҡ ярҙам итте. Атай-әсәйҙәребеҙҙең хәстәрен тойоп йәшәйбеҙ. Уларға рәхмәтлебеҙ, - ти Гүзәл Ҡоҙабаева.

Хужабикә ғаиләһен көндә татлы ризыҡтар менән һыйлай. Ул бешергән тәмле бәлештәрҙе улдары көтөп ала. Үҙҙәре лә әсәйҙәренә аш-һыу әҙерләргә ярҙам итә.

-Ғаиләнең ныҡлығы – бер-береңде яратыуҙа һәм ихтирам итеүҙәлер, тип уйлайбыҙ. Иң мөһиме, бер-береңә ышанырға һәм таяныс булырға. Бәхетте балаларыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың һау-сәләмәт булыуында күрәбеҙ, - ти Ҡоҙабаевтар.

Был матур пар баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт тотоп, йорттарына килгән һәр кемде ихлас ҡаршы алып, һый-хөрмәт менән оҙатып гөрләтеп донъя көтәләр. Артабан да шулай ғаиләләрендәге бәхет­тең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын уларға.

Балалы ғаиләләр Башҡортостан Республикаһында халыҡтың артыуын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар тотороҡло һәм сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Ғаиләләр яуаплы, эшһөйәр һәм патриотик граждандар булып үҫкән балалар тәрбиәләй. Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн республика ғаилә институтына комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса сәйәсәт алып бара.

"Беҙҙе республикалағы демографик хәл бик борсой. Был иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Күп балалылыҡ һәр ваҡыт Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән күп һанлы халыҡтарҙың һыҙаттары булып тора. Әйҙәгеҙ ошо традицияны бергәләп һаҡлайыҡ ", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республика уңайлы шарттарҙа үҫешергә мөмкинлек биреп, күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, төбәк кимәлендә 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар һалынған, ә балалар баҡсаларына уларҙы беренсе сиратта ҡабул итәләр. Уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, шул иҫәптән ер участкаларын алырға ярҙам итә.

 Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү саралары ҙур һәм татыу ғаилә булдырыу өсөн мотивация булып хеҙмәт итәсәк. Көслө социаль ярҙам арҡаһында йәш ғаиләләр балаларҙы ҡарауы ауыр тураһындағы мифтарҙы юҡҡа сығара алған.

"Үҙ сиратымда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте балаларығыҙҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү өсөн даими һәм эҙмә-эҙлекле шарттар булдырасаҡ, тип әйтергә теләйем. Яңы яҡшы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етерлек күләмдә булһын өсөн. Балалар яҡшы спорт һәм уйын майҙансыҡтарында уйнай алһын өсөн. Улар сәләмәт, ҡыҙыҡлы кешеләр булып үҫһен, беҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһен, эш тапһын һәм үҙ ғаиләләрен булдырһын өсөн", - тип билдәләне Радий Хәбиров

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас