Яңылыҡтар
17 Июль 2024, 08:54

Мотоцикл водителе өс йәйәүлене тапатҡан: 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булған

-

Мотоцикл водителе өс йәйәүлене тапатҡан: 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булғанМотоцикл водителе өс йәйәүлене тапатҡан: 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булған
Мотоцикл водителе өс йәйәүлене тапатҡан: 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Мәләүез районында теркәлгән үлемесле юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә кис көнө Дарьин ауылының Үҙәк урамында Motoland XR 250 рулендәге 16 йәшлек водитель юл ситенән китеп барған өс йәйәүлене тапатҡан.

17 йәшлек ҡыҙ медицина учреждениеһында йән биргән. Ике йәйәүле, 20 йәшлек егет һәм коляскалағы дүрт айлыҡ сабый, шулай уҡ мотоцикл водителе дауаханаға оҙатылған.

Прокуратура әлеге осраҡ буйынса тикшереү башлаған.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-07-17/v-bashkirii-16-letniy-mototsiklist-sbil-treh-peshehodov-pogibla-17-letnyaya-devushka-3851361

Автор:Ксения Калинина
Фото:Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы
Автор:
Читайте нас