Һатып алған әйбер өсөн түләргә тырышып та түләүегеҙ үтмәй икән , тимәк, картағыҙҙағы аҡсаға бик һалынған. Ни өсөн шулай һәм был осраҡта нимә эшләргә кәрәклеген аңлатабыҙ.
Йыш ҡына банк суд ҡарары нигеҙендә йәки суд приставтары талабы буйынса билдәле бер суммаға бик һала.Мәҫәлән, һалым, штраф түләмәһәгеҙ йәки «коммуналка» өсөн иҫәпләшмәһәгеҙ. Һалым хеҙмәте, ЮХХДИ йәки идарасы компания судҡа мөрәжәғәт итә. Әгәр улар һеҙҙең банк реквизиттарын белһә, иҫәбегеҙҙәге бурыс суммаһына бик һалыуҙы һорайҙар, ә һеҙгә заказлы хат ебәрәләр. Шул уҡ ваҡытта ҡалған сумма менән һеҙ ҡуллана алаһығыҙ.
Әгәр судта һеҙҙең кредитор бик һалынған аҡсаға хоҡуғы барлығын иҫбатлаһа, аҡсаны уның файҙаһына алалар. Иҫбатлай алмаһа, был сумманы һеҙ тотона аласаҡһығыҙ.
📱 Кредитор һеҙҙең реквизиттарығыҙҙы белмәһә, шулай уҡ иҫәптә бурысығыҙҙан кәмерәк аҡса булһа, эшкә приставтар йәлеп ителә. Улар банктарҙан бурысығыҙҙы түләтеү өсөн иҫәп-хисап мәғлүмәттәрен һоратып ала, ә һеҙгә хат ебәрә. Әгәр аҡсағыҙ етмәһә, һеҙгә ҡаршы банкротлыҡ процедураһын башлауҙары ихтимал. Был осраҡта банк һеҙ асҡан бөтә иҫәптәрҙе һәм вкладтарҙы бикләй.
❓ Нимә эшләргә?
📞 Әгәр бурысығыҙ булмаһа һәм белдереүҙәр алмаған булһағыҙ, банкҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Һеҙгә ниндәй сумманың ниндәй сәбәп менән ябылыуы тураһында хәбәр итәсәктәр.
Әгәр суд тарафынан арест һалынһа, ә һеҙ уны законһыҙ тип иҫәпләһәгеҙ, дәғүә менән мөрәжәғәт итегеҙ һәм унда суд эше мәғлүмәттәрен күрһәтегеҙ. Уларҙы һеҙгә банкта бирергә тейештәр. Үҙегеҙҙең ғәйепле булмауығыҙҙы иҫбатлай алһағыҙ, суд банкҡа яңы акт ебәрә һәм аҡсаның биген алалар.
Аҡсаға приставтар арест һалһа, тимәк, суд ҡарар ҡабул иткән тигәнде аңлата: кредиторҙың һеҙгә ҡарата талаптары ғәҙел. Әгәр белдереүҙәр алмаған булһағыҙ һәм судта ҡатнашмаһағыҙ, судта ҡарар менән килешмәүегеҙҙе белдерегеҙ.
⌛️ Ысынында бурыстарығыҙҙы йәки штрафтарығыҙҙы түләмәгән булһағыҙ, уларҙы иҫәбегеҙҙән сығарғандарын көтөгөҙ. Был автоматик рәүештә башҡарыла, ә һеҙ карта һәм иҫәп-хисаптарығыҙ менән элеккесә ҡуллана аласаҡһығыҙ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан


