Яңылыҡтар
15 Июль 2024, 12:06

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә?

-

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә?Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә?
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар фаразынса, дүшәмбе, 15 июлдә, урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы +22, +27°.

Шишәмбе, 16 июлдә, урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө. Төндә +13, +18°, көндөҙ  +20, +25°.

Шаршамбы, 17 июлдә, төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ+22, +27°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-15/v-bashkirii-v-blizhayshie-tri-dnya-budet-teplo-i-dozhdlivo-3848326

Автор:Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас