Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырҙар дауам итәсәк, тип хәбәр итте төбәк синоптиктары. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала йәнә ямғыр яуасаҡ, көндөҙ урыны менән көслө. Ямғырҙар, йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус. Шәмбе, 13 июлдә, төндә ямғырҙар, урыны менән көслө, локаль ҡойма ямғырҙар, йәшен, боҙ-борсаҡ. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус, көндөҙ +21, +26 градус. Йәкшәмбе, 14 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +22, +27 градус. Авторы: Галина Бахшиева