Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2024, 10:33

Мөхәббәтле ғаилә һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы

Аҡъяр ауылынан Вәсил һәм Ләйсән Зәйнетдиновтарҙың татыу ғаиләһе бер-береһенең, тормоштоң ҡәҙерен белеп, сәскә кеүек һылыу ҡыҙҙар үҫтереп, күптәргә өлгө булып йәшәүҙәре менән һоҡландыра.

Мөхәббәтле ғаилә һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы
Мөхәббәтле ғаилә һәр ваҡыт ныҡлы һәм ышаныслы

  Ғаилә башлығы Вәсил Рәис улы Вәлит ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ауылында 9-сы класты тамамлағандан һуң, Аҡъярға  110-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға килә. Ҡулына диплом алған йәш егет хеҙмәт юлын вахта ысулы менән Мәскәү ҡалаһында башлай. Һуңынан Урал аръяғы МТС-нда ла, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында» ла эшләп китә. Хәҙер инде 10 йылдан ашыу Хәйбулла компексы газ хеҙмәтендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй.

Буласаҡ тормош иптәше Ләйсән Фәрит ҡыҙы менән «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында» эшләп йөрөгән ваҡытта танышып, бер аҙҙан йәштәр ғаилә ҡоралар.

Ләйсән Фәрит ҡыҙы ла ишле ғаиләнән.. Мәмбәт ауылының 9-сы класын тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжында белем ала. Әлеге ваҡытта Балалар ижады йортонда өҫтәмә белем биреү педагогы булып эшләй.

«Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт» тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер инде. Зәйнетдиновтар йәшәгән йорттан да, уларҙың үҙҙәренән дә нур бөркөлөп тороуы ҡыуандыра. Оло ҡыҙҙары Луиза 9-сы кластан һуң, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы колледжды тамамлап, ошо көндәрҙә ҡулына техник - эколог дипломын алды. Ике бәләкәй ҡыҙҙары Аҡъярҙың 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбе уҡыусылары. Диана 3-сө, ә Юлиә – 2-се класҡа күскән. Улар бәләкәй булһалар ҙа, һөнәрле булмаҡсы. Әсәләре менән бергә бисерҙан төрлө биҙәүестәр эшләргә яраталар.

  Зәйнетдиновтар тыуған көндәр, башҡа төрлө байрамдарҙы ғаилә менән бергә үткәрергә, ял көндәрендә, йәй айҙарында ла тәбиғәттә ял итергә ярата. Ҡыҙҙарына төплө, мәғәнәле итеп йәшәргә, ҡуйған маҡсаттарына ирешергә һәм тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтәләр улар. Вәсил һәм Ләйсән Зәйнетдиновтарҙың ғаиләһе сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйған. Балалары ла төрлө-төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар алып ҡыуандыа.

- Беҙ бөтә эште бергә эшләргә күнеккәнбеҙ. Балаларҙы мәктәпкә бергә алып барыу, алып ҡайтыу,юл ыңғайы уларҙың хәлен белешеү оло йыуаныс та, ҡыуаныс та. Эште лә беҙ бергәләшеп, «һә»тигәнсә эшләп ҡуябыҙ, - тине Зәйнетдиновтар.

Ғаиләһе, балалары өсөн йән атҡан Вәсил менән Ләйсән Зәйнетдиновтарҙың бөтә уй-хыялдары тормошҡа ашасағына ышаныс бар. Тормошҡа айыҡ аҡыл менән баҡҡан, аяҡтарында ныҡлы баҫып торған пар һоҡланыу һәм ихтирамға лайыҡ. Бер-береһе өсөн генә яралған ир менән ҡатындың ғаилә тормошо артабан да ошолай бәхетле дауам итһен, мөхәббәт емештәре — балалары тик ҡыуаныстар килтерһен.

Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә – ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәйек!

Автор: Ильнара Аптикова
Читайте нас