Яңылыҡтар
12 Июль 2024, 06:52

Әбүбәкер йәштәренең уңыштары тос!

Әбүбәкер ауылының 9-сы класын тамамлаусы Батырхан Билалов һәм Динә Әлибаева төрлө кимәлдәге фән конкурстарында ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Һәр етәксе, уҡытыусы өсөн һәләтле уҡыусы - үҙе бер табыш. Бындай уҡыусылар лидерлыҡ сифаттарына эйә. Төрлө конкурстарға, бәйгеләргә әҙерләнгәндә оҫта ойоштороусылар ҙа. Үҙаллыллыҡ һәм яуаплылыҡ тойғолары көслө булған уҡыусылар бер ваҡытта ла бер урында туҡтап ҡалмайҙар. Эҙләнәләр, тикшерәләр, сағыштыралар.

Әбүбәкер йәштәренең уңыштары тос!Әбүбәкер йәштәренең уңыштары тос!
Әбүбәкер йәштәренең уңыштары тос!

Батырхан бик өлгөр егет: мәктәптә үткәрелгән сара булһынмы, район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстар булһынмы, барыһында ла әүҙем ҡатнаша. Әле ул сығарылыш класы уҡыусыһы. Хыялдары ла ҙур уның.

Батырхан Сибай ҡалаһында үткән «Урал балалары тауышы»  II республика йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып,  «Аҡһаҡ ҡола» эпосын яттан һөйләп, I Дәрәжә дипломына һәм лауреат исеменә лайыҡ булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә Хәйбулла районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы ойошторған «Рух яҙыуы» асыҡ телевизион конкурсында беренсе урын яуланы. Конкурстың икенсе этабында Динә менән Мостай Кәримдең «Ҡара һыуҙар» әҫәрен сәхнәләштереп тамашасыларҙың һөйөүенә лайыҡ булдылар. Бөрйәндә үткән халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһендә лә ҡатнаша.

Ә Динә Әлибаева мәктәптә тик яҡшы билдәләргә уҡый, ижади бәйгеләрҙә лә алдынғылыҡты бирмәй. Бисерҙан төрлө-төрлө биҙәүестәр эшләй. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгән Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 115 йыллығына, педагог һәм остаз йылына арналған уҡыусылар араһында тасуири уҡыу конкурсының һайлап алыу этабында 1-се дәрәжә дипломы менән бүләкләнә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткәрелгән төбәк-ара олимпиадала призер була. 2023-2024 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса «Йыл уҡыусыһы - 2024» муниципаль конкурсының «Уҡыу эшмәкәрлегендә юғары ҡаҙаныштары өсөн» номинацияһында грамота менән бүләкләнә.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас