Улдарын махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡас, ҡатын-ҡыҙҙар еңеүҙе яҡынайтыу һәм ир-егеттәргә ярҙам итеү өсөн, үҙ ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштора, үҙ тирәләй шундай уҡ ҡатындарҙы, геройҙарҙың әсәләрен берләштерә. Бөгөн улар бер яугир өсөн түгел, ә тотош подразделение өсөн әсәләр.
Таштуғай ауылынан Рим һәм Гөлсөм Кәримовтар бына инде 48 йыл иңгә-иң терәп татыу ғүмер итәләр. Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫәләр. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылында уҡығандан һуң 10-сы класты тамамлағансы, Подольск мәктәбендә белем алалар. Гөлсөм Ямалетдин ҡыҙы мәктәп йылдарынан һуң тыуған ауылында һауынсы булып эшкә төшә, мәктәптә лә, хаҡлы ялға сыҡҡансы совхоздың ашханаһында ла эшләй. Рим Ғатаулла улы Юлдыбай һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәренә уҡып сыға, һуңынан әрме хеҙмәтенә саҡырыла. 2 йыл Мәскәүҙә Таман девизияһында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәтен тултырып ҡайта. Һуңынан тракторсы, чабан булып эшләй, хаҡлы ялға сыҡҡансы һуңғы 4 йыл ауыл көтөүен көтә. 1976 йылда ауылдың һылыу ҡыҙы Гөлсөм Ямалетдин ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, бер-бер артлы 3 балаға ғүмер бирәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло ҡыҙҙары бик иртә мәрхүмә була. Уртансы улдары, “Кәрим” позывнойлы яугир, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында. Башта Хабаровскиҙа, һуңынан Ырымбур өлкәһенда ракета ғәсҡәрҙәрендә хеҙмәт итә, ә хәҙер инде Тыуған ил алдында икенсе тапҡыр бурысын үтәй.
- Киленемә, ейәндәремә сабырлыҡ, иҫәнлек теләйем. Ауыр булһа ла, үҙемде тыныс тоторға тырышам, - ти Гөлсөм Кәримова. Бәләкәй ҡыҙҙары Гөлиә мәктәпте бөткәндән һуң ашнаҡсы һөнәренә уҡып сыға. Кейәүҙәре Мөслим менән Салехард ҡалаһында эшләйҙәр, ике бала үҫтерәләр.
-Балам имен-һау йөрөһөн тип көн дә иртән торғанда ла, кис ятҡанда ла уйландыра, оҙағыраҡ шылтыратмаһа, борсола башлайбыҙ. “Әсәй, улай борсолмағыҙ”- тиһә лә улыбыҙ, нисек борсолмайһың инде, балаң ут эсендә йөрөгәндә. Ирекмәндәр менән бергә барлыҡ махсус хәрби операцияла булған егеттәргә ярҙам итергә тырышабыҙ, ярҙамдан бер ҡасан да баш тартмайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә балаларыбыҙҙы һаҡлап йөрөтһә ине. Илдәр тиҙерәк тынысланһын инде, тип теләйбеҙ. Ер йөҙөндәге һәр әсәнең теләгәне ошолор. Атайҙарын өҙөлөп көтөүсе балалар, ирҙәрен көтөүсе ҡатындар бар. Барыһына ла именлектә осрашыуҙар насип булһын инде, - тинеләр Рим Һәм Гөлсөм Кәримовтар.