Яңылыҡтар
6 Июль 2024, 11:31

Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте

-

Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үттеСиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте
Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте

Бөгөн Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте. Байрам сиҙәм ерҙәрен күтәреү йылдарын сағылдырған театрлаштырылған тамаша менән асылды. Сиҙәмселәргә һәм ауыл хеҙмәтсәндәренә арнап асылған һәйкәл сиҙәмде күтәргән данлы хеҙмәткәрҙәргә һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандарына оло рәхмәт билдәһе булды. Байрамдың тантаналы өлөшөндә тәүге сиҙәмселәргә иҫтәлекле бүләктәр, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте менән ауылды үҫтереүгә тос өлөшө индереүселәргә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары тапшырылды. Ауылдың иң өлкәне һәм йәше, “Иң яҡшы ихата” номинацияһында  ғаиләләр билдәләнде.

Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған был сара Сиҙәм ауылында осраҡлы үткәрелмәй. Билдәле булыуынса,  ауылға 1956 йылда нигеҙ һалынған һәм уның исеме лә  есеменә яуап бирә. 1954 йылда Урал аръяғында тәүге сиҙәм совхоздарының береһе--“Хәйбулла” совхозы ойошторола.  Совхоздың Үҙәк бүлексәһен (буласаҡ Сиҙәм ауылы) башҡа ауылдарҙан алыҫтараҡ,  сал дала ҡосағында төҙөргә ҡарар ителә. Тәүге сиҙәмселәр  урынлашҡандан һуң, улар янына ғаиләләре лә килә. Балаларҙы уҡытырға кәрәк, бындай шарттарҙа дәрестәрҙе ойоштороу еңел булмай.  Шулай итеп ауыл барлыҡҡа килә һәм ул артабан тағы ла үҫә, ҙурая. Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә  ул тарихи йылдарҙың шаһиттары әҙ ҡалған. Әммә  ауыл халҡы  тарихты ҡәҙерләп һаҡлай һәм быуындан быуынға тапшыра.

Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте
Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте
Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте
Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте
Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте
Сиҙәм ауылында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрен үҙләштереүҙең 70 йыллығына арналған сара үтте
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас