Яңылыҡтар
5 Июль 2024, 04:35

Ғаилә тормошо юбилярҙары!

Рәмил һәм Рауза Юлдашбаевтар иңгә-иң терәп татыу ғүмер кисерә.

Ғаилә тормошо юбилярҙары!Ғаилә тормошо юбилярҙары!
Ғаилә тормошо юбилярҙары!

Рәмил һәм Рауза Юлдашбаевтар икеһе лә Аҡъяр ауылынан. Рәмил Зиннур улы тормошон хәрби хеҙмәткә бағышлай, Вольск хәрби училищеһын тамамлай. Хеҙмәте илебеҙҙең төрлө тарафтарында үтә. Рауза Йәләлитдин ҡыҙы сауҙа өлкәһендә эшләп, тормош иптәшенең отставкаһынан һуң тыуған ауылдарына ҡайтып, матур итеп йорт һалып сығалар. Рәмил Зиннур улы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан Фрунзе исемендәге колхозда ла, икмәкханала ла, район дауаханаһында ла эшләй. Рауза Йәләлитдин ҡыҙы иһә хаҡлы ялға сыҡҡансы дауаханала көс түгә. Тиҫтә йылдан ашыу Аҡъяр ауыл биләмәһе ветерандар советы ағзаһы була. Юлдашбаевтар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас