Яңылыҡтар
1 Июль 2024, 11:37

Намыҫлы хеҙмәт итегеҙ.

Райондан сираттағы егеттәр төркөмөн әрме сафтарына оҙаттыҡ. Уларҙы оҙатырға ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары килде.

Намыҫлы хеҙмәт итегеҙ.Намыҫлы хеҙмәт итегеҙ.
Намыҫлы хеҙмәт итегеҙ.

Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәлдәрҙең береһе. Киләсәктә Ватанды һаҡлаусылар өсөн был көн уларҙың тормошонда яңы этаптың башы буласаҡ. Саҡырылыштағы хәрби хеҙмәт ваҡыты-бер йыл. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау уҙып, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта.

Яҡташтарыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәт итеп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы:

-Хөрмәтле призывниктар! Һеҙгә еңел һәм уңышлы хеҙмәт теләйем! Тыуған илде һаҡлау-һәр ысын ир-егеттең бурысы. Ватанды һаҡлаусылар исемен лайыҡлы күтәрерһегеҙ, тип ышанам. Хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп ысын ир-егет булып тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтығыҙ һәм һәр ваҡыт Ватанығыҙ өсөн ышаныслы терәк булып ҡалығыҙ, - тине.

-Хөрмәтле призывниктар, һеҙгә еңел хеҙмәт, тоғро дуҫтар табыуығыҙҙы теләйем. Бер йылдан һуң һау-сәләмәт ҡайтыуығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ. Беҙҙең район һәр ваҡыт һалдаттар менән дан тота. Барығыҙҙың да лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләйем, - тине Хәйбулла районы ДОСААФ урындағы бүлексәһе рәйесе Фаил Юлдашбаев:

 

Буласаҡ һалдаттар юлға сығыр алдынан тулҡынланыу кисерә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар үҙҙәре билдәләүенсә, улар әлегә үҙҙәрен нимә көткәнен аныҡ ҡына әйтә алмай, әммә лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайтыуға ышаныс белдерҙеләр.

Ғөмүмән бөтә әрме сафына алыныусыларға ла, ошондай ҡатмарлы осорҙа, Ватан алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәп, туғандарын ҡыуандырып, иҫән-һау тыуған яҡтарын күрһендәр тип теләйбеҙ.

Намыҫлы хеҙмәт итегеҙ.
Намыҫлы хеҙмәт итегеҙ.
Намыҫлы хеҙмәт итегеҙ.
Намыҫлы хеҙмәт итегеҙ.
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас