Яңылыҡтар
29 Июнь 2024, 13:56

Фатирҙың дөйөм майҙаны торлаҡ майҙанынан нимәһе менән айырыла?

-

Фатирҙың дөйөм майҙаны торлаҡ майҙанынан нимәһе менән айырыла?Фатирҙың дөйөм майҙаны торлаҡ майҙанынан нимәһе менән айырыла?
Фатирҙың дөйөм майҙаны торлаҡ майҙанынан нимәһе менән айырыла?
🏠 Фатирҙың дөйөм майҙаны торлаҡ майҙанынан нимәһе менән айырыла? Башҡортостан Республикаһы буйынса Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Торлаҡ бүлмәләрҙең дөйөм майҙаны бинаның бөтә майҙандары суммаһынан барлыҡҡа килә. Уға көнкүреш һәм башҡа ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн кәрәк булған ярҙамсы биналар инә. Балкон, веранда, терраса һәм лоджия бында инмәй.

Торлаҡ майҙаны - фатирҙың бөтә торлаҡ бүлмәләре майҙанының суммаһы. Бында аш-һыу бүлмәһе, санузел, коридор, әйбер һаҡлау һәм гардероб бүлмәләре инмәй.

Фатирҙың дөйөм майҙанының күләме:

▫ ️ бинаны ҡараған өсөн түләүгә;
▫ ️ капиталь ремонт өсөн түләүгә;
▫ ️ йылылыҡ өсөн (йылытылмаған биналарҙан тыш) түләүгә;
▫ ️ дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләүгә. Һәр милексе дөйөм йорт ихтыяжы өсөн үҙенә ҡараған күсемһеҙ милектең метражына пропорциональ рәүештә түләй;
▫ ️ милек һалымын иҫәпләүгә;
▫өлөш бүлеү һәм иҫке (мәҫәлән, авария хәлендәге) бина урынына бирелгән яңы торлаҡ бинаның күләмен билдәләүгә йоғонто яһай.

Дөйөм майҙан шулай уҡ күсемһеҙ милек объекты хаҡына тәьҫир итә.

➡ Фатирҙың дөйөм майҙанын ЕГРН-дан алынған өҙөмтәлә йәки "Росреестр"ҙың онлайн-сервисы аша белергә мөмкин. Һеҙгә ни бары объекттың адресын йәки уның кадастр номерын индерергә генә кәрәк: vk.cc/cxM4Pp.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас