Яңылыҡтар
27 Июнь 2024, 05:40

Яңы биҫтәләге парк ял итеү үҙәге

-

Яңы биҫтәләге парк ял итеү үҙәгеЯңы биҫтәләге парк ял итеү үҙәге
Яңы биҫтәләге парк ял итеү үҙәге

Аҡъяр ауылының «Төньяҡ-көнсығыш» биҫтәһендәге  паркта һуңғы биш йылда  заманса балалар майҙансығы ҡуйылды, саралар үткәреү өсөн сәхнә төҙөлдө.  Баскетбол майҙансығы, футбол яланы, йүгереү юлы, машиналар өсөн парковка  барлыҡҡа килде. Бынан тыш, паркта “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә  ағастар үҫентеләре ултыртылды. Мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә. Йыл да бында Йәштәр көнө киң билдәләнә. Әйткәндәй, был аҙнала ла йәштәр өсөн байрам ойоштороласаҡ. Ғөмүмән был парк ғаилә менән әүҙем ял итеү үҙәге ул.

Районда күмәк спортты үҫтереү, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү өсөн тағы ла бер майҙансыҡ булыуы ҡыуаныслы.

— Тәү сиратта беҙ ҡалаларҙа тәртип урынлаштырҙыҡ - Башҡортостандың һәр ҡалаһында тиерлек ҡунаҡ урамдарын һәм үҙәк майҙандарҙы төҙөкләндерҙек. Район үҙәктәренә иғтибар аҙ бирелде, быны яңынан ҡараясаҡбыҙ. Район үҙәктәре ҡалаларға  кимәле, стандарттары, төҙөлөш материалдары сифаты һәм ландшафт ҡарарҙары буйынса яҡынлашырға тейеш, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Яңы биҫтәләге парк ял итеү үҙәге
Яңы биҫтәләге парк ял итеү үҙәге
Яңы биҫтәләге парк ял итеү үҙәге
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас