Яңылыҡтар
27 Июнь 2024, 11:24

Республикала ҡойма ямғырҙар көтөлә

-

Республикала ҡойма ямғырҙар көтөләРеспубликала ҡойма ямғырҙар көтөлә
Республикала ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағында Башҡортостан биләмәһенә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайыш райондарынан циклон килә. Күпселек райондарҙа, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан тыш, һауа торошо боҙола. Йәнә көслө ямғыр яуыуы көтөлә.

«28-29 июндә урыны менән ҡойма яуын, оҙайлы көслө ямғыр, күк күкрәгәндә елдең секундына 17-22 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана. Республиканың бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе көтөлә. Урыны менән уйһыу ерҙәрҙе һыу баҫыуы ихтимал. 30 июнгә яуым-төшөм кәмей. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин», — тип хәбәр итте синоптиктар.

Июль башында республикала һауа температураһы нормаға ярашлы һәм унан юғарыраҡ булыр тип фаразлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-27/na-bashkiriyu-obrushatsya-silnye-livni-bashgidromettsentr-3825957

Автор:Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас