Яңылыҡтар
26 Июнь 2024, 06:38

Студенттарға заманса оҫтахана асылды

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында демонстрацион имтихан үткәреү үҙәге һәм "электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы (тармаҡтар буйынса) файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү" компетенцияһы буйынса оҫтахана асылды.Был ваҡиға «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының бағымсылыҡ ярҙамы менән мөмкин булды. Аҡъяр тау колледжы директоры РәмиләТуҡбаева билдәләүенсә, был үҙәк асылыу менән колледжда буласаҡ электриктарҙы заманса ҡорамалдарҙа уҡытыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.

Студенттарға заманса оҫтахана асылдыСтуденттарға заманса оҫтахана асылды
Студенттарға заманса оҫтахана асылды

–Демонстрацион имтихан үткәреү үҙәге һәм "электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү" компетенцияһы буйынса оҫтахана асылыуы уҡыу йорто өсөн мөһим ваҡиға. Хәҙерге заманда бар нәмә лә электр уты менән бәйле. Электр уты булмаһа, техника ла, ҡорамалдар ҙа эшләмәй. Электриктарыбыҙҙы заманса ҡорамалдарҙа өйрәтеү мөмкинлеге асылды, тимәк, сығарылыш студенттары тау-мәғдән предприятиеларында уңышлы һәм сифатлы эшләй алһын өсөн тырышасаҡбыҙ. Уҡытыусылар һәм студенттар исеменән ошо майҙансыҡтың бағымсыһына – «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙҙең 4-се курс студенттары техник эксплуатация һәм электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү һөнәре буйынса 18 июндә үк тыуған колледжында демонстрация имтиханын тапшырҙы, – тине Рәмилә Булат ҡыҙы.

  «Бөгөнгө көндә профессиональ электромеханиктарҙы, энергетиктарҙы табыуы бик ауыр. Шуға күрә беҙҙең бурыс – киләсәккә төплө нигеҙ һалыу һәм Аҡъяр тау колледжы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙе киләсәктә лә дауам итәсәкбеҙ», – тип билдәләне «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының генераль директоры Александр Туленков.

Демонстрацион имтихан үткәреү үҙәге һәм «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы экслуатациялау майҙансығы» оҫтаханаһын асыу һәм таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы колледж директоры Рәмилә Булат ҡыҙы, «Башҡорт баҡыры» предприятиеһының генераль директоры Александр Федорович һәм 4-се курс студенты Рауил Бикбовҡа бирелде. Артабан ҡунаҡтар демонстрацион имтихан үткәреү үҙәге һәм "электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү" оҫтаханаһы менән ентекләберәк таныштылар.

Йыл һайын Аҡъяр тау колледжы был тармаҡта 30-ға яҡын белгес әҙерләй һәм быға тиклем студенттарға имтихандар тапшырыу өсөн Учалы ҡалаһына барырға кәрәк ине. Хәҙер иһә буласаҡ белгестәр уларҙы  колледжында тапшырасаҡ.

Студенттарға заманса оҫтахана асылды
Студенттарға заманса оҫтахана асылды
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас