Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, дарыуҙар етмәгәс, яралыларҙы дарыу үләндәре ярҙамында дауалайҙар. Меңъяпраҡ, кесерткән, көтөүсе сумкаһы һәм башҡа ҡанды туҡтатыу сараһы булараҡ ҡулланылған. Һарымһаҡты микробтар тыуҙырған ауырыуҙарҙа ҡулланғандар, уны ашағандар ҙа, яраларға ла һалғандар. Яралыларҙы дауалау өсөн төрлө дарыу үҫемлектәре ҡулланыла. Был үҫемлектәрҙе ҡайҙа табырға мөмкин? Уларҙы оҙаҡ эҙләргә тура килмәй, улар беҙҙең аяҡ аҫтында.
Үләндәрҙең тупраҡты, һыуҙы, һауаны зарарлаусы ағыулы матдәләрҙе үҙҙәренә йыя торған үҙенсәлеге хаҡында оноторға ярамай. Шуға күрә уларҙы автомобиль юлдарынан һәм сәнәғәт предприятиеларынан алыҫта, матур тәбиғәт ҡосағында йыйырға кәңәш ителә. Шулай уҡ күпләп мал аҫралған урындарҙан да, баҫыу ситендә үҫкәне лә йыйылмаһын, сөнки игендәге зарарлы бәшмәк-микробтарҙы ҡырыу, ҡый үләндәрен ҡоротоу маҡсатында төрлө көслө ағыу препараттары (гербицидтар, фунгицидтар һәм башҡалар) ҡулланыла. Улар яҡында үҫкән үҫемлектәргә лә эләгә.
Хәҙерге ваҡытта кешеләр фитотерапия ярҙамына ла, дарыу үҫемлектәре менән дауалауға йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Эскә ҡабул ителгән һуттар, эсемлектәр, төнәтмәләр, ауырыу организмға күп ауырыуҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Иң таралған дарыу үҫемлектәре:
Үгәй инә үләне һалҡын тейгәндән, тын алыу юлдары ауырыуҙарынан бик файҙалы, иммунитетты нығыта. Дауаланыу өсөн сәскәләре һәм япраҡтары йыйыла. Сәскәләрен – майҙа, япраҡтарын июндә йыялар.
Ҡымыҙлыҡ – юғары ҡан баҫымы һәм атеросклероздан бик файҙалы. Гастрит, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дә ҡулланыла.
Ҡарағат япрағы. Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япрағы ҡушылған сәй иммунитетты күтәрә, тынысландыра. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы, эсте еңелсә йомшарта.
Муйыл, сирень сәскәләре. Уларҙы иртән ысыҡ кибеүгә йыйырға кәрәк. Муйыл сәскәһе төнәтмәһе эс китеүҙән файҙалы. Сирендеке баш ауыртҡанда, варикоздан, йәрәхәттәрҙе дауалау өсөн ҡулланыла.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 25-се һанында уҡығыҙ.