Беҙ яҡташ-геройҙар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында яҙыуҙы дауам итәбеҙ. Ошо арала ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан аҙ һүҙле, әммә бик ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәҫ ауыл егете «Башҡорт» позывнойлы яугир, уның ҡатыны һәм ҡыҙы менән осраштыҡ. Осрашыу барышында яҡташыбыҙ үҙенең хәрби хеҙмәте, иптәштәренең батырлығы һәм сыҙамлығы хаҡында һөйләне.
Егет 2007 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөй. Шулай итеп, яҡташыбыҙ ғүмеренең 17 йылын хәрби хеҙмәткә бағышлай. 2014 йылда өс ай Донбастағы хәрби бәрелештәрҙә, 2019 йылда Сүриәләге хәрби операцияла 9 ай ҡатнаша. 2022 йылда махсус хәрби операция зонаһына ебәрелә. Осрашыу барышында яҡташыбыҙ үҙенең хеҙмәте, хәрби көндәре, иптәштәренең батырлығы һәм сыҙамлығы хаҡында һөйләне. «Башҡорт» позывнойлы яугир, хәрбиҙәргә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн райондаштарына, ирекмәндәргә оло рәхмәтен белдерә.
–Ирекмәндәр, район халҡы һәр саҡ беҙгә ярҙам итә, гуманитар ылау менән беҙгә кәрәкле әйберҙәр ебәрәләр, маскировкалау селтәрҙәре лә бик күп килде. Әле лә беҙ заяквка биргән рацияны алып ҡуйғандар. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һеҙгә, – тине яугир.
Батыр Хәйбулла егете Сүриә Ғәрәп Республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнашҡаны өсөн 2-се дәрәжә Хәрби батырлыҡ өсөн, Жуков миҙалы һәм башҡа лайыҡлы наградалар менән бүләкләнгән.
Махсус хәрби операция зонаһында булған һәр яугир өсөн кемдеңдер уны көтөп тороуы мөһим. Яҡындарыңдың һөйөүен алыҫтан тойоу, өйҙә һине наҙлы һәм бәхетле күҙҙәре менән яратҡан кешең, балаларың ҡаршы алыуы икеләтә бәхет.
–Тормош иптәшемдең янымда булмауы, әлбиттә, ҡыйын. Бала ла атаһын һағына, көтә хәрбиҙәрҙең. Хәрбиҙәрҙең унда нимәләр кисергәнен башҡаларға күрергә яҙмаһын. Тыныс тормошобоҙҙоң ҡәҙерен беләйек. Барыһына ла ҡәнәғәт булып, ирҙәребеҙҙең имен-һау ҡайтыуын теләйек, – тине яугирҙың ҡатыны.
Ошо көндәрҙә «Башҡорт» позывнойлы яугир йәнә хеҙмәттәштәре янына юлланасаҡ. Аллаһы тәғәлә барлыҡ яугирҙарыбыҙҙы ла һаҡлаһын. Беҙ яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ һәм барлыҡ егеттәрҙең иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!