"Бөгөн, буласаҡ һалдат Билалов Ғәлинур Ғәзим улын әрме сафына оҙаттыҡ. Мәҙәниәт йортона, изге теләктәрен еткереп, аҡ юл теләргә егетебеҙҙең туғандары, ауылдаштары йыйылды. Хеҙмәт итеү, һәр ир – егеттең ил алдындағы изге бурысы. Һалдатыбыҙҙың ашар ризығы бөтмәһен, имен- һау әйләнеп ҡайтһын тип икмәк ашатып, аҡ эсемлек һөт эсереп изге теләктәрен еткерҙеләр . Шулай уҡ тыуып үҫкән еребеҙҙең изге тупрағы һәм бетеү тапшырылды.
Ғәлинур , атай-әсәйеңдең, туғандарыңдын, ауылдаштарыңдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй матур итеп, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуыңды теләп ҡалабыҙ! Аҡ юл, һиңә ил һаҡсыһы!",- тип хәбәр итә әбүбәкерҙәр.
Сығанаҡ һәм фотолар: "Айыҡ ауыл 2022 - Абубакировский СМФК"