Яңылыҡтар
24 Июнь 2024, 06:27

Бер үк ваҡытта ике урында эшләүселәр өсөн отпуск

-

Бер үк ваҡытта ике урында эшләүселәр өсөн отпускБер үк ваҡытта ике урында эшләүселәр өсөн отпуск
Бер үк ваҡытта ике урында эшләүселәр өсөн отпуск
🏖 Әгәр ике эштә мәшғүл хеҙмәткәр бер үк ваҡытта ике эш урынынан да ял алырға теләй икән, ул ялын законға ярашлы рәсмиләштерә ала. Икенсе эш урынындағы түләүле ял уға төп эшендәгеһе менән бер мәлдә бирелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, хеҙмәткәрҙең төрлө ваҡытта ялға китеү хоҡуғы һаҡлана.

Ставка күләме роль уйнамай: тулы ставка булмаһа ла, дөйөм ҡағиҙәләр буйынса ял йылына 28 көндән кәм булмай. Әгәр хеҙмәткәр 6 ай эшләп өлгөрмәһә, уға ял аванс менән бирелә.

Икенсе урында эшләүселәрҙең төп хеҙмәткәрҙәр кеүек үк гарантиялары бар. Мәҫәлән, бындай хеҙмәткәрҙе эштән бушатҡанда эш биреүсе уға файҙаланылмаған һәр ял көнөн аҡса менән ҡапларға тейеш.

Шулай уҡ уҡығыҙ:

▫ Хеҙмәт стажын нисек белергә?

▫ Тулы булмаған эш көнөнә нисек күсергә?

▫ Эшкә урынлашабыҙ: һынау ваҡыты тураһында нимә белергә кәрәк?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас