Кредит менән заем араһында айырма нимәлә? Рәсәй Милли Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата.
Кредиттарҙы - банктар, заемдарҙы микрофинанс ойошмалары бирә. Ҡиммәтле мөлкәтте залогҡа һалып - ломбардтан, ә пайсылар үҙҙәренең кредит буйынса ҡулланыусылар кооперативынан заем алырға мөмкин.
Тиҙ арала ҡыҫҡа ваҡытҡа ҙур булмаған сумма кәрәк булһа, заем алыу уңайлыраҡ булыуы мөмкин. Микрофинанс ойошмаларҙа талаптар банктарҙағы кеүек ҡәтғи түгел. Әммә заем буйынса ставкалар, ғәҙәттә, кредит ставкаһына ҡарағанда юғары.
Маҡсатлы кредитмы әллә маҡсатһыҙмы?
Маҡсатлы кредит йәки заемды билдәле бер әйбер — күсемһеҙ милек, автомобиль, көнкүреш техникаһы һатып алыу өсөн юллайҙар. Етди тауарҙар өсөн маҡсатлы кредиттарҙың махсус төрҙәре, мәҫәлән, ипотека һәм автокредит бар.
Маҡсатһыҙ кредит йәки заемды теләгән нәмәгә – ял, дауаланыу, ремонтҡа тотонорға мөмкин. Ғәҙәттә, уның буйынса ставка маҡсатлы кредитҡа ҡарағанда юғарыраҡ.
❓ Тәьмин итеү менәнме, әллә унһыҙмы?
Тәьмин итеү — ул залог, яуаплылыҡты өҫтөнә алыусы йә заем алышыусы.
Залог — кредитыңды түләмәһәң, бурысыңды ҡаплау иҫәбенә тартып алыуҙары мөмкин булған мөлкәтең. Мәҫәлән, ипотекаға һатып алынған күсемһеҙ милек.
Әгәр кредитығыҙҙы түләй алмаһағыҙ, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы һеҙҙең өсөн бурыс түләргә тейеш. Заем алышыусы һеҙҙең менән бергә кредит ала һәм һеҙҙең кеүек үк уны түләү өсөн яуаплы.
Тәьмин ителгән кредит буйынса ставкалар, ғәҙәттә, тәьмин ителмәгәненә ҡарағанда түбәнерәк.
Бер нисә аҙна йәки айлыҡ заемдар, ғәҙәттә, килешеү ваҡыты үткәс, бер сумма менән ҡаплана. Оҙайлы кредиттар һәм заемдар, ҡағиҙә булараҡ, айлыҡ түләүҙәрҙе күҙ уңында тота.
❗ Ниндәй генә сәбәп менән бурысҡа аҡса алһағыҙ ҙа уны кире ҡайтарырға кәрәк буласаҡ. Бөтә кредиттар һәм заемдар буйынса түләүҙәрегеҙ айлыҡ килемегеҙҙең 30 процентынан артмаһын. Юғиһә, кредит йөкләмәһен үтәй алмау һәм бурыс элмәгенә эләгеү йәки залогҡа һалған мөлкәтегеҙҙе юғалтыу ҡурҡынысы бар.
Кредит йәки заем буйынса документтарға ҡул ҡуйыр алдынан уларҙы ентекләп уҡығыҙ.
➡ Финанс ойошмаһына мөрәжәғәт итер алдынан уның законлы нигеҙҙә эшләүен мотлаҡ тикшерегеҙ. Банкты, микрофинанс ойошмаһын, кредит буйынса ҡулланыусылар кооперативын һәм ломбардты Рәсәй Банкы сайтында тикшерергә мөмкин: vk.cc/cxKlSN.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан