Районыбыҙҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эштең туҡтап торғаны ла юҡ. Буш ваҡыттарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ көсө һәм төрлө саралар менән ярҙам иткән Таналыҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Подольск, Баҡал, Таштуғай, Әҙел, Савельевка, Яңы Украинка ауылдары ирекмәндәре менән осраштыҡ. Улар тыл ярҙамын, үҙ эштәре һәм кәңәштәре менән уртаҡлаштылар, шулай уҡ ирекмән булырға теләгәндәргә нисек эш итергә кәрәклеген һөйләнеләр. Бөтә ауылдарҙа ла ирекмәндәр көн һайын маскировка селтәрҙәрен үрә, уларҙы хәрбиҙәргә гуманитар ылау менән оҙаталар. Таналыҡ ауыл биләмәнең бөтә ауылдарында ла ирекмәндәр үҙ эштәрен алып барыу өсөн пункт ойошторолған. Биләмәнән барыһы 32 ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
-Беҙҙең ирекмәндәр ике сменала тырышып эшләйҙәр. Һәр ауылда яҡынса 10-20 ирекмән ҡатын ҡатнаша, ә ир-егеттәр селтәр үреү, туҡыма ҡырҡыу өсөн ҡоролмалар эшләп бирәләр. Үрелгән селтәрҙәрҙе, йыйылған башҡа кәрәк-яраҡтарҙы гуманитар ылау менән ебәрәбеҙ, яугирҙарҙың һорауы буйынса ла эшләйбеҙ. Иң мөһиме – маскировкалау селтәрҙәре яугирҙарҙы һаҡлаһын, егеттәр тыуған яҡтарына, яҡандарына, туғандарына иҫән һау әйләнеп ҡайтһындар. Ирекмәндәребеҙҙең хеҙмәттәре улдарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың, ирҙәребеҙҙең, туғандарыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡара ала. Бында һәр кем үҙ ирке менән ярҙам итергә теләй, - ти ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Сөләймәнов.
Тулырыҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 23-сө һанында уҡығыҙ