Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь , 10:50

Шәп приздарыбыҙ күп әле.

2024 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы дауам итә һәм «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите уҡыусыларын бүләктәр менән ҡыуандыра.

Шәп приздарыбыҙ күп әле.
Шәп приздарыбыҙ күп әле.

Был аҙна еңеүселәре: Аҡъярҙан Зәкиә Асаинова (миксер), Ғәлиәхмәттән Миңзәлә Юнысова (электрон үлсәгес), Йәнтеш ауылынан Фәниә Исҡужина (шахмат).

         -Үҙебеҙҙең район гәзитен 1969 йылдан башлап алдырам, ул выҡытта педагогия училищеһын тамамлап яңы эшләй башлаған саҡ ине. Гәзитте һәр ваҡыт башынан алып аҙағына тиклем ҡыҙыҡһынып уҡыйым, райондың яңылыҡтарын уның аша белеп торам. Ҡыҙыҡлы, фәһемле мәҡәләләр сыҡһа, таныштар, туғандар менән уртаҡлашам. Быға тиклем бүләк отҡаным булмағайны, бик ҡыуандым. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, -тине Зәкиә Нурғәле ҡыҙы. 

         -“Хәйбулла хәбәрәҙәре” гәзитенә һәр выҡыт яҙылып торабыҙ, бер-ике йыл ауылда почта йөрөмәгәнендә яҙылмай торғайныҡ. Район гәзитенән башҡа “Йәшлек”те һәр саҡ алддырам. Яҙылғас та бүләк оторға тип квитанцияларҙы алып килеп тапшырам. Быға тиклем бүләк отҡаным булмағайны бына, уңыш йылмайҙы ла инде. Рәхмәт һеҙгә ошолайтып уйындар алып барыуҙарығыҙға. Райондаштар, башҡорт телендәге гәзитте алдырығыҙ, уҡығыҙ, - тине Йәнтештән Фәниә Исҡужина

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: