Яңылыҡтар
5 Июнь 2024, 10:20

Район һабантуйында нимәләр буласаҡ?

Көрәш батырҙары, мәргән уҡсылар,  спортсылар һәм башҡалар майҙанға сыға

Район һабантуйында нимәләр буласаҡ?Район һабантуйында нимәләр буласаҡ?
Район һабантуйында нимәләр буласаҡ?

Спорт ярыштары, йылдағыса, быйылғы һабантуйҙың йәме буласаҡ. Тирмәләр торған урында үтәсәк  милли көрәш майҙаны ғәҙәттәгесә иң күп халыҡ йыйылған урын. Ауыл биләмәләре һәм  производство коллективтарынан торған ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары волейбол ярышына әҙерләнә. Ул  тирмәләр ҡаласығынан көнсығыштараҡ Таналыҡ  йылғаһы буйында үтә. Ошонда уҡ “Мәргән уҡсы”ла 16 һәм 16 йәштән өлкәнерәк егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша ала. “Уңыш” стадионы вышкаһы районында, элекке урында, шашка буйынса ярыштар ойошторола. Шахмат буйынса ярыштар Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә үтә. Бынан тыш, футбол майҙанында балалар һәм ололар өсөн төрлө уйындар һәм ярыштар ойоштороласаҡ.

Һәммәгеҙҙе лә ярыштарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас