Яңылыҡтар
4 Июнь 2024, 06:20

Тулы булмаған эш көнөнә нисек күсергә?

-

Тулы булмаған эш көнөнә нисек күсергә?Тулы булмаған эш көнөнә нисек күсергә?
Тулы булмаған эш көнөнә нисек күсергә?
💼 Тулы булмаған эш көнөнә нисек күсергә? Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы белгестәре аңлата.

Тулы булмаған эш көнөнә тубәндәгеләр күсергә мөмкин:

— йөклө ҡатындар;
— 14 йәшкә тиклемге баланың йәки 18 йәшкә тиклемге инвалид баланың ата-әсәһенең береһе;
— сирле ғаилә ағзаһын тәрбиәләгән кешеләр.

✏ Тулы булмаған эш көнөн нисек рәсмиләштерергә:

⃣ Хеҙмәт шарттарын, ойошма графигын һәм һеҙҙең вазифа бурыстарығыҙҙы иҫәпкә алып, эш биреүсе менән хеҙмәт режимын һөйләшеп килешегеҙ. Эш биреүсе һеҙҙең үтенесте кире ҡаға алмай. Әгәр ул тәҡдим ителгән шарттарҙы үҙгәртергә теләй икән, сәбәбен аңлатырға тейеш.

2⃣ Ғаризаны ике данала яҙығыҙ. Үҙегеҙҙекендә мөрәжәғәт итеү датаһын ҡуйығыҙ. Эш биреүсе өҫтәмә документтар - бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм икенсе ата-әсәнең эш режимы тураһында белешмә һорарға мөмкин.

3⃣ Ойошма менән өҫтәмә килешеү төҙөгөҙ. Унда һеҙҙең мәшғүллектең нисә сәғәткә кәмеүе һәм дистанцион хеҙмәткәрҙәр өсөн эш үҙенсәлеге күрһәтелеүе ихтимал. Аҙаҡ эш биреүсе тулы булмаған эш көнөнә күсереү тураһында бойороҡ сығара.

Начальнигығыҙ ғаризағыҙға ҡул ҡуймаһа, барыбер яңы графикка күсереүҙе һорап ғаризаны ике данала яҙығыҙ, кадрҙар бүлегендә теркәгеҙ һәм хеҙмәт инспекцияһы сайтында ялыу бирегеҙ: vk.cc/axCRvV.

❌ Законды боҙған өсөн эш биреүсегә штраф һалына:

- Вазифалы кешеләр һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн — 1 меңдән 5 мең һумға тиклем;
- Ойошмалар өсөн — 30 меңдән 50 меңгәсә.

❗ Иғтибар итегеҙ: тулы булмаған эш көнөндә эш хаҡы эшләнгән ваҡыт өсөн генә иҫәпләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта отпуск һәм страховка стажы һаҡлана.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас