Яңылыҡтар
4 Июня 2024, 03:53

Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын ҡала һәм район депутатлығына тәҡдим итәләр

-

Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын ҡала һәм район депутатлығына тәҡдим итәләрБашҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын ҡала һәм район депутатлығына тәҡдим итәләр
Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын ҡала һәм район депутатлығына тәҡдим итәләр

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев уҙған ултырышта Ҡоролтай депутаттарының республика Башлығын һайлауҙы уҙғарыу өсөн өс көнлөк форматты раҫлауы тураһында иҫкә төшөрҙө. Һайлау 6-8 сентябрҙә ойошторола.

«Һайлау, бынан алдағылары кеүек үк, юридик күҙлектән яҡшы үтер, тигән ышаныс белдерә депутаттар. Бының өсөн тейешле шарттар бар», - тип билдәләне парламент спикеры.

Республика халҡы  Башҡортостан Башлығын, шулай уҡ ҡала һәм район округтарына депутаттар һайлай, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ул муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операция ветерандарының кандидатураһын күрһәтергә ҡушты.

«Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлткем килә: депутаттар араһында мотлаҡ хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙәр булһын ине. Унда Ватанды һаҡлаған һәм ысын илһөйәрлектең нимә икәнлеген яҡшы аңлаған аҡыллы кешеләр бик күп. Шуға күрә улар һәр муниципалитетта булырға тейеш», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-06-03/v-bashkirii-veteranov-svo-budut-rekomendovat-v-deputaty-gorodov-i-rayonov-3795933

Автор:Ләйсән Закирова
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Автор:
Читайте нас