1 июнь - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙҙең Акъяр ауылының 3-сө һанлы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһында "Балалар һабантуйы" ойошторолдо. Сараның маҡсаты булып балаларҙа халыҡ байрамдарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, байрамдың үҙенсәлектәре менән таныштырыу торҙо. Байрам балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо. Бөгөнгө матур байрам менән тәбрикләп, байрамдың мәғәнәләре аңлатылды.
"Шатлыҡ"тар күңел аса
Ал ҡояш күгебеҙҙә.
Килегеҙ, дуҫтар, ҡунаҡҡа
Һабантуй бөгөн беҙҙә!-
тип һабантуй Батырының "Һабантуй" байрамына килеп инеүе тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Батырҙың ҡолғаһына һәр төркөм балалары үҙҙәре алып килгән таҫма, ҡулъяулыҡты изге теләктәр теләп, бәйләнеләр. Байрамды асып ебәргәндән һуң, бөтәһе лә башҡорт милли уйындарынан торған һабантуй бәйгеләре үтәсәк майҙансыҡтарға ашыҡтылар.
Билдәләнгән урындарҙа "Ат сабышы", "Күнәктәр менән һыу ташыу", "Тоҡ менән алыш", "Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү", "Көршәк ватыу" кеүек милли уйындар ойошторолдо. Балалар ярышта ихлас ҡатнаштылар. Сара һуңында һабантуй Батыры байрамда ҡатнашыусы балаларҙы тәбрикләп, уңыштарҙың мул булыуын теләп һәм бәхетле яҡты киләсәк теләп, байрам күмәк бейеү менән тамамланды.