Яңылыҡтар
31 Май 2024, 06:54

Республика халҡын эҫе ял көндәре көтә

-

Республика халҡын эҫе ял көндәре көтәРеспублика халҡын эҫе ял көндәре көтә
Республика халҡын эҫе ял көндәре көтә

Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яҡшы һауа торошо көтә. Башгидромет хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25 градус.

Шәмбе, 1 июндә, башлыса яуым-төшөмһөҙ, Башҡортостандың көньяғында бер аҙ ямғыр яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ урыны менән талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көнсығыш райондарҙа +3 градусҡаса. Көндөҙ +21, +26 градус.

Йәкшәмбе, 2 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Башлыса яуым-төшөмһөҙ, көньяҡта бер аҙ ямғыр. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ урыны менән талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13 градус, көнсығыш райондарҙа +3 градусҡаса. Көндөҙ +23, +28 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-31/zhiteley-bashkirii-zhdut-zharkie-vyhodnye-3792366

Автор:Галина Бахшиева
Фото:Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас