Яңылыҡтар
31 Май 2024, 11:56

Баласаҡ Планетаһы

Район балалар моделле һәм үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре  «Бәпембә» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә «Баласаҡ Планетаһы» уйын программаһын үткәрҙе.

Баласаҡ ПланетаһыБаласаҡ Планетаһы
Баласаҡ Планетаһы

31 май, балалар моделле һәм үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған, «Китап менән йәй» проекты сиктәрендә «Бэпембэ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн «Баласаҡ Планетаһы» уйын программаһын үткәрҙе.
Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү – һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы.
Балалар викторина һорауҙарына яуап биреп, яратҡан әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрҙөләр, хәрәкәтсән уйындар уйнап, күңелле конкурстарҙа ҡатнаштылар

 

Рәзилә Ишназарова, район балалар моделле китапханаһы мөдире.

Автор:
Читайте нас