Бәйгелә биш йәштән алып ун ете йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ 18 - 35 йәшлек һылыуҙар ҡатнашырға мөмкин. Кастингта ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.
Беренсе урын алыусыға - 100 мең һумлыҡ приз, ҡиммәтле таж, призерҙарға бағыусыларҙан бүләктәр һәм приздар тапшырыла. Финалда ҡыҙҙарҙы Мәскәүҙән билдәле актер, «Холоп» фильмында уйнаусы артист Сергей Соцердотский бүләкләйәсәк.
Конкурстың финалы 5 июлдә «Торатау» конгресс-холы сәхнәһендә үтә.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми төркөмдә: https://vk.com/bashguzel
Сығанаҡ: Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы