-Күп кенә йәштәштәрем кеүек, малай сағымда сик һаҡсылары тураһында китаптар уҡый, фильмдарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай һәм сик буйында хеҙмәт итеүҙе ниндәйҙер айырым кешеләргә ышанып тапшыралар тип иҫәпләй торғайным. Дөрөҫөн әйткәндә, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тура килер тип уйламағайным да, - тип һүҙ башланы Айрат Мирғәле улы.
Әбеш ауылында тыуып үҫкән Айрат Әминевтың биографияһы иң ғәҙәти. Ғаиләлә улар ете бала, 4 малай һәм 3 ҡыҙ үҫә. Барлыҡ ауыл балалары кеүек бәләкәйҙән эш тәмен белеп үҫәләр. Мәктәпте тамамлағандан һуң, оҙаҡ уйлап тормай, Өфөнөң 83-сө һөнәрселек училищеһында ҡортсолоҡ буйынса уҡып сыға, тик һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. 1987 йылда әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Урта Азияла, Төркмән Республикаһында сик буйын һаҡлай. Ике йыл хеҙмәте Вега ҡушаматлы эт менән сик буйында үтә.
- Тау һырттары буйы булғас, техника йөрөй алманы, әллә нисә саҡрымды һыбай йөрөп үтә торғайныҡ. Хатта этемде лә атҡа ултыртып алып йөрөтә инем, күберәк төндә йөрөргә тура килә ине, - тип хәтерләй Айрат Мирғәле улы.
Әрменән ҡайтҡас тыуған ауылында колхозда ла, Белорет ҡалаһында заводта ла эшләй, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Бүребайҙа колбаса цехын төҙөүҙә ҡатнаша. Әлеге ваҡытта “Газпромгазораспределение” ойошмаһында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Тормош иптәше, Әбйәлил районы ҡыҙы Нәйрә Рәшит ҡыҙы менән 1992 йылда ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Урал мәктәптән һуң, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында уҡый, һуңынан ситтән тороп Башҡорт Ауыл хужалығы университетын тамамлай, атаһы кеүек үк Газпром ойошмаһында эшләй, Аҡъярҙа матур итеп йорт төҙөп сығалар. Уларҙың ғаиләһендә бер ул үҫеп килә. Ҡыҙҙары Айзилә Ырымбурҙа фармацевт һөнәре буйынса уҡып сыға, Силәбе ҡалаһында декрет ялына тиклем һөнәре буйынса эшләй, тормош иптәше Ғәзиз менән Силәбе ҡалаһында төпләнәләр, ике ул үҫтерәләр.
“Бөгөн әрмәлә хеҙмәт иткән егеттәргә нимә теләр инегеҙ”, тигән һорауыма, элекке сик һаҡсыһы: “ Хәҙерге йәш быуынға тыуған илен яратырға, уға тоғро булырға, намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем. Бөгөнгө тынысһыҙ осорҙа айырыуса уяу булығыҙ, илебеҙ сиге дошмандарға бикле булһын”, - тип яуапланы.
--Сик буйы һаҡсылары көнөндә бөйөк Ватаныбыҙҙың элекке һәм бөгөнгө пограничниктарын ҡотлайым. Һәр быуын хәрбиҙәренә һаулыҡ, именлек, тыныс күк йөҙө теләйем. Ә хәҙерге Ватан һаҡсыларына, һалдаттарға һәм офицерҙарға, уңышлы хеҙмәт итергә булһын,--тине Айрат Әминев.