Яңылыҡтар
28 Май 2024, 06:41

Бар булмышы менән китапханасы

.

Бар булмышы менән китапханасыБар булмышы менән китапханасы
Бар булмышы менән китапханасы

Китаптар донъяһы шундай мөғжизәле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналы, серле бер һандыҡ һымаҡ. Һәр бер яңы серен асҡан һайын, тағы ла нығыраҡ серлеләнә төшә, үҙенең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәренә әйҙәй. Был донъяға бер сумған кеше китаптан бүтән айырыла алмай. Шуғалырмы, китапхана иң ҙур байлыҡты һаҡлаусы бер мәҙәни һарай һымаҡ. Ә китапханасылар – уның серҙәренә төшөнгән һаҡсылары. Шундайҙарҙың береһе – Мәмбәт моделле ауыл китапханаһы китапханасыһы Вилена Дан ҡыҙы Ҡәйепова.

Мәмбәт ауылы ҡыҙы туған мәктәбен тамамлағас, Йылайыр совхоз техникумында бухгалтер һөнәренә уҡып сыға. 12 йыл һөнәре буйынса эшләгәс, Мәмбәт ауыл клубына художество етәксеһе булып эшкә бара. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Башҡорт республика культура техникумында  ижади коллектив етәксеһенә уҡып сыға. Артабан “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә ятаҡтар мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләй.

-Унда эшселәр ҡаласығын йәмләндереп, сәскәләр ултырттыҡ, шулай уҡ уларҙың ял ваҡытын ойоштороу өсөн төрлө конкурстар, спорт ярыштары, концерттар ҡуйҙыҡ. Эшселәр менән һөйләштек тә, әйҙәгеҙ китапхана ойошторайыҡ тип, һәр береһе өйөндә ятҡан китаптарҙы алып килеп, эш бүлмәһендә бәләкәй генә китапхана астыҡ. Эшләгән ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия универститетында педагог-психолог һөнәренә уҡып, юғары белемгә эйә булдым. 2017 йылдан Мәмбәт ауылы моделле китапханаһында эш башланым,-тип һүҙен башланы мәҡәлә геройым.

Шулай итеп, Вилена Дан ҡыҙы мауыҡтырғыс, бер үк ваҡытта тынғыһыҙ китапхана эшенә – китап донъяһына сума. Китапханасы булып эшләй башлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында китапхана эшмәкәрлеге өлкәһе белгесенә белем ала.

-Ауыл китапханалары балаларҙы, йәштәрҙе, урта һәм оло йәштәгеләрҙе берләштереүсе мәҙәни үҙәк ролен уйнай. Беҙҙең китап фонды 12 230 дана тәшкил итә. Бөтәһе 360 (уларҙың 60-ы балалар, 40-ы йәштәр) китап уҡыусыбыҙ бар. “Хәйбулла хәбәрҙәре”  һәм республика баҫмаларын алдырабыҙ. Бында элек-электән бер үк кешеләр, йәғни китаптар донъяһын үҙ иткән ауылдаштарым йөрөй. Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә бөтә кеше лә гәзит-журналдарға яҙылмай, улар беҙгә килеп йәки өйҙәренә яҙҙыртып алып ҡайтып уҡыйҙар. Ололар, йәштәр һәм уҡыусы балалар бында бик теләп килә. Иң өлкән китап уҡыусыбыҙ Кинйәбикә инәй Мәмбәтова, иң кеселәре Инсаф Мәмбәтов һәм Ғәҙел Ҡәйеповтар,-тине Вилена Дан ҡыҙы.

Тулы мәҡәләне 22-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас