Яңылыҡтар
27 Май 2024, 10:06

Иң ҙур бүләк – бәләкәй пациенттарҙың һауығыуы

«Сабыйҙарҙы бик яратып дауалайым», – ти йәш табип Дания Байтимерова

Иң ҙур бүләк – бәләкәй пациенттарҙың һауығыуыИң ҙур бүләк – бәләкәй пациенттарҙың һауығыуы
Иң ҙур бүләк – бәләкәй пациенттарҙың һауығыуы

«Ауыл табибы» программаһы 2012 йылдан ғәмәлдә һәм ауылдарға, бәләкәй ҡалаларға күсеп ҡайтҡан табиптарға аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Әйткәндәй, бындай дәүләт ярҙамы алған белгестәр дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указна ярашлы, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Әйткәндәй, республикала был программаларҙың мөмкинлектәрен файҙаланған медицина белгестәре байтаҡ. Мәҫәлән, уларҙың береһе Дания Байтимерова. Ул 2022 йылда «Ауыл табибы» программаһы буйынса район үҙәгенә ҡайта һәм Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына педиатр булып эшкә урынлаша.
Мәҡәлә геройым Ырымбур өлкәһе Переволоцк районы Кичкасс ауылында тыуып үҫкән, 8-се класты тамамлағас, ғаиләһе Аҡъяр ауылына күсеп килә. 1-се Аҡъяр мәктәбенең 11-се класын бөткәс, Ырымбур дәүләт медицина университетының педиатрия факультетын тамамлай. Юғары белемле йәш белгес ике йыл элек Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында участка педиатры булып хеҙмәт юлын башлай. Педиатрия тармағын һайлауы ла юҡҡа түгел, ҡыҙ бала сағынан уҡ медик булырға, балаларҙы дауаларға хыяллана. Медицина юғары уҡыу йорттарында белем алыу ни тиклем ауыр икәнлеген беләбеҙ, шулай ҙа Дания алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылмай, тырышып уҡый.
Дания Рәйес ҡыҙы “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашып, был дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә, күп кенә йәш белгестәр кеүек, торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән. Район үҙәгенән торлаҡ һатып ала. Йәш белгес киләсәктә лә Аҡъяр дауаханаһында эшен дауам итергә ниәтләй.
–Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ аҡ халатлы табип булырға хыялландым. Нәҡ балалар менән эшләп, сирле бәләкәстәрҙе һауыҡтырғым килде. Бәләкәй пациенттарымды бик яратам.
Эш сәғәтем 8:30-ҙа башлана. Балаларҙы ҡабул итәм, вакцианцияға ла киләләр. Яңы тыуған сабыйҙарҙы өйҙәрендә ҡарайым. Педиатрҙың бурыстары, тәү ҡарашҡа, ябай: ҡабул итеү, саҡырыу буйынса өйгә барыу, ай һайын өйҙәрендә сабыйҙарҙы ҡарау, документтар менән эшләү. Әммә ысынында был процестың нескәлектәре лә етерлек. Бөтә балалар менән уртаҡ тел табыуы еңелдән түгел, улар ҙа төрлө була. Ҡайһылары аҡ халатлыларҙан ҡурҡып илай башлай, уларҙы йыуатырға ла кәрәк.
Балалар табибы һөнәрен һайлағаныма бер ҙә үкенмәйем. Сабыйҙарҙы бик яратып дауалайым. Бәләкәстәр бер ҡатлы, эскерһеҙ була. Башта бер аҙ ҡурҡыу хисе лә булып ала, сөнки һин кескәйҙәрҙең сәләмәтлеге өсөн яуаплыһың. Мин эш башлағанда, балалар бүлеге мөдире, тәжрибәле табип Фәнисә Аҡбулатова ярҙам итте. Ниндәй ҙә һорау, икеләнеү булғанда, уға мөрәжәғәт иттем. Эшләгән һайын үҙ-үҙеңә ышаныс арта бара, тәжрибә туплана. Сир бөтһә, бала һауыҡһа, минең өсөн был иң ҙур бүләк һәм шатлыҡ. Педиатр балалар менән генә түгел, уларҙың ата-әсәләре менән дә эшләй. Һәр баланың организмы төрлө. Сабыйҙар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары бар. Һәр береһе менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Эшеңде яратып башҡарыуыңды балалар һиҙә, – тип күңелен асты йәш белгес.
«Балалар һау-сәләмәт булһын өсөн, ата-әсәгә нимәләр эшләргә кәрәк», – тигән һорауыма йәш педиатр:
«Тәү сиратта, әлбиттә, календарь планына индерелгән тейешле вакциналарҙы ваҡытында ҡаҙатырға кәрәк. Статистика күрһәтеүенсә, прививка яһатмаған балалар прививка яһатҡандарға ҡарағанда йышыраҡ ауырый. Хатта грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан бала ауырыһа ла, сир, ҡағиҙә булараҡ, еңел формала, бер ниндәй ҙә өҙлөгөүҙәрһеҙ үтә һәм бер ниндәй ҙә эҙемтәләр ҡалдырмай. Шуға күрә, вакцинация бик мөһим.
Шулай уҡ, иммунитетты нығытырға кәрәк. Был, әлбиттә, бөтә йәштәгеләр өсөн актуаль. Баланың мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөүен һәм вирус инфекцияһы менән ауырымауын иҫкәртеү өсөн билдәле бер саралар бар. Бында көн һәм ял режимы булдырыу, баланслы туҡландырыу, гимнастика күнекмәләре, саф һауала йөрөү, физкультура менән шөғөлләнеү һәм хәрәкәтсән уйындар инә. Организмды һаҡлауға булышлыҡ иткән вирусҡа ҡаршы препараттар, витамин-энергетика комплекстары бар, уларҙы беҙ балаларға вирус инфекцияларының миҙгелле ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн тәғәйенләйбеҙ.
Йәш педиатр Дания Байтимерова алға ҙур маҡсаттар ҡуйып эшләй. Ул белгес булараҡ тағы ла камиллашырға, белемен арттырырға теләй. “Кеше туҡтап ҡалырға, бер урында тапанырға тейеш түгел. Үҫергә, үҙ мөмкинлектәреңде киңерәк асырға кәрәк. Барыһы ла үҙеңдән тора, теләгең генә булһын", –ти ул.
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас