Яңылыҡтар
27 Май 2024, 13:24

Халыҡ менән берҙәм эш итеүгә өҫтөнлөк бирелде

Башҡортостан Республикаһының  Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре районда халыҡ һәм  коммерция булмаған ойошмалар  менән осрашты

Халыҡ менән берҙәм эш итеүгә өҫтөнлөк бирелдеХалыҡ менән берҙәм эш итеүгә өҫтөнлөк бирелде
Халыҡ менән берҙәм эш итеүгә өҫтөнлөк бирелде

Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы вәкилдәре  районда хәйбуллалар һәм  коммерция булмаған ойошмалар менән күсмә осрашыу үткәрҙе. Унда Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов,  йәмәғәт палата ағзаһы, адвокат Булат Сафин, “Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Аппараты” дәүләт учреждениеһы  етәксеһе Элина Ғатауллина, муниципаль район Советы секретары Салауат Байғабулов, райондың әүҙем граждандары, йәмәғәт фекере лидерҙары, социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙа  хәйбуллаларҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың төрлө кимәлдәге грант конкурстарында ҡатнашыуы  ҡаралды.

Данияр Абдрахманов Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының муниципаль палаталар һәм эшмәкәрлектең перспективалы йүнәлештәре менән үҙ-ара системалы эш итеүе тураһында һөйләп үтте.

-Хәҙер республикала йәмәғәт палатаһының етенсе составы эшләй. Былтыр декабрь айынан эшләйбеҙ. Әйтергә кәрәк, һәр муниципаль районда йәмәғәт палатаһы әүҙем эшләргә тейеш. Беҙгә төрлө йүнәлешле  мөрәжәғәттәр килә. Беҙ көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышыу, бергәләп уларҙы хәл итеү юлдарын табыу майҙансығы, - тине ул.

 Хәйбулла районы Йәмәғәт палатаһының яңы проекттары һәм инициативалары тураһында райондың йәмәғәт палатаһы рәйесе Илүзә Кәримова мәғлүмәт бирҙе.

Йәнле аралашыу барышында халыҡ үҙҙәрен борсоған көнүҙәк мәсьәләләр менән сығыш яһаны. Улар  юлдарҙы тәртипкә килтереү, инвалидтарға ярҙам итеү, миграция, тар йүнәлешле  белгестәр етмәү, электрон тәмәке һатыуҙы тыйыу, пай ерҙәрен алыу һәм башҡа  мәсьәләләргә ҡағылды.  

- Бөгөн хәйбуллалар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү булды, бер-беребеҙҙе ишеттек тип иҫәпләйем. Бөтә һорауҙарҙы ла тыңланыҡ һәм яҙып алдыҡ. Һеҙҙең көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә теләүегеҙ һәм был турала әйтергә ҡурҡмауығыҙҙы белеүе хуп. Йәмәғәтселекте, депутат корпусы вәкилдәрен күреү ҡыуаныслы. Бындай алымдар менән бергә бөтә проблемаларҙы ла хәл итә башлаясаҡбыҙ һәм күбеһе хәл ителәсәк. Беҙ кешеләр өсөн эшләйбеҙ, улар беҙгә ышана, хоҡуҡтарҙы, азатлыҡты һәм законлы мәнфәғәттәрҙе һаҡлау һәм яҡлау, көнүҙәк проблемалар менән мөрәжәғәт итә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, «киҫкен» мәсьәләләрҙе конструктив хәл итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ,- тине ултырышты йомғаҡлап Данияр Мәүлиәр улы.

Данияр Абдрахманов, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе:
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән Хәйбулла районы йәмәғәтселеге менән осрашыу, үҙ-ара берҙәм эш итеү,  халыҡтың проблемаларын хәл итеү маҡсатында килдек. Көнүҙәк мәсьәләләргә битараф булмаған, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим иткән граждандарҙы күреүе ҡыуаныслы булды. Бындай осрашыуҙар даими булыр, шул иҫәптән беҙ башҡарма власть органдарына күпер булырбыҙ тип ышанам. Беҙгә республиканың бөтә райондарынан да мөрәжәғәттәр даими килә, шул иҫәптән Хәйбулланан да бар.

Элина Ғатауллина, “Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Аппараты” дәүләт учреждениеһы  етәксеһе:

-Беҙҙең өсөн муниципалитеттар һәм халыҡ менән үҙ-ара эш итеү,  уларҙы борсоған һорауҙарҙы туплау мөһим. Был составта Хәйбулла районына тәүгә килдек һәм беҙгә халыҡты борсоған һорауҙарҙы ишетеүе мөһим ине. Бөтә һорауҙарҙы ла яҙып алдыҡ һәм уларҙы эшкәртәсәкбеҙ. Хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр юҡ. Уларҙы хәл итеүгә ваҡыт һәм финанс саралар талап ителгәндәре бар. Әлбиттә, иң күп һорауҙар юлдар торошо мәсьәләһенә ҡағылды. Тиҙ арала хәл итә алырлыҡ һорауҙар ҙа булды. Шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса ла һөйләштек. Республиканың бөтә коммерцияға ҡарамаған ойошмалары күберәк гранттарға ғариза бирһен һәм ярҙам алһын өсөн  йәмәғәт палатаһындағы беҙҙең ресурс үҙәк тағы ла нығыраҡ көс һаласаҡ. Үҙ-ара эш итеүҙе арттырасаҡбыҙ, сөнки халыҡҡа ни тиклем яҡыныраҡ булһаҡ, шул тиклем уларҙы беҙ аңлайбыҙ.

Салауат Абдуллин, муниципаль район советы депутаты:

-Халыҡ менән бындай осрашыуҙар үткәреү яҡшы. Ултырышта байтаҡ көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Республиканың йәмәғәт палатаһы беҙ күтәргән проблемаларҙы  өлөшләтә булһа ла хәл итергә ярҙам итһә, яҡшы булыр ине.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас