Торлаҡлы булыу күптәр өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Бөгөнгө көндә үҙеңдең хәләл көсөңә генә йорт һалып инеүе йәки фатир һатып алыуы бик ауыр. Шулай ҙа республикабыҙҙа мохтаждарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ярҙам йөҙөнән төрлө программалар эшләп килә.
Был юлы районыбыҙҙың өс кешеһенә бәхет йылмайҙы. Переволочан ауылынан Гөлназ Бағышаева менән Әҙелдән “Таһир” позывнойлы егеткә фатир асҡыстары етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү дәүләт программаһы сиктәрендә тапшырылды. Ә Ләйсән Назарова Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам саралары сиктәрендә торлаҡ сертификатына эйә булды.
Был мөһим ваҡиға менән ҡыҙҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, яңы йорт улар өсөн барлыҡ ҡайғы-хәсрәттәрҙән һаҡлаусы иң ышаныслы ҡәлғә булһын!