Яңылыҡтар
23 Май 2024, 09:44

Йәштәр өсөн мөхит булдырыла

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге республика ведомстволары вәкилдәренең ҙур делегацияһы Хәйбулла районында эш сәфәре сиктәрендә, буласаҡ йәштәр һәм үҫмерҙәр йортон һәм үның эргәһендәге территорияны ҡараны.

Йәштәр өсөн мөхит булдырылаЙәштәр өсөн мөхит булдырыла
Йәштәр өсөн мөхит булдырыла

 -Районада йәштәр сәйәсәтен үҫтереү һәм йәштәрҙе йәлеп итеү нөктәләре булдырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Буласаҡ клуб бинаһында капиталь ремонт һәм заманса мөхит булдырыласаҡ. Коллегалар менән клубты проектлау һәм яңыртыуға финанс йәлеп итеү буйынса тәҡдимдәр менән уртаҡлаштыҡ. Шулай уҡ район йәштәрен федераль грант конкурстарында ҡатнашыуға йәлеп итеү буйынса һөйләштек. Бергәләп балаларға идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн саралар йәлеп итергә ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Азат Шамил улы.

Элекке Социнвест банк бинаһы 2017 йылдан буш тора, һәм былтыр муниципаль бюджет тарафынан “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы файҙаһына һатып алына. Клуб директоры Рөстәм Аҡбалин билдәләүенсә, һәр белгес өсөн бында айырым кабинет бүленәсәк, балалар өсөн уйын бүлмәһе, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бүлмә, кәңәшмәләр һәм төрлө саралар өсөн мобиль конференц-зал ойоштороласаҡ. Инеү урынын киңәйтеү, аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн пандустар ҡуйыу күҙаллана. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был клуб йәштәр учреждениелары биналарына капиталь ремонт үткәреүгә грант конкурсында ҡатнашыуға ғариза бирҙе. Бинаны капиталь ремонтлау көҙ көтөлә.

Артабан делегация Ватанды һаҡлаусылар фондына, райондың “Ғаилә” хеҙмәтенә юлландылар. Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә район спортсылары, тренерҙар менән аралаштылар.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас