Яңылыҡтар
23 Май 2024, 04:29

Ғәҙелша шарлауығына сәйәхәт

-

Ғәҙелша шарлауығына сәйәхәтҒәҙелша шарлауығына сәйәхәт
Ғәҙелша шарлауығына сәйәхәт

Ошо көндәрҙә беҙ бер төркөм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ике автобус менән Ғәҙелша шарлауығына барып ҡайттыҡ. Бында килеп еткәс тә беҙҙе ҡуйы урман, бейек-бейек тауҙар ҡаршы алды. Шарлауыҡтың тауышы әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Урман юлы буйлап тауға ҡарай йәйәүләп атлайбыҙ. Алда иҫ киткес тәбиғәт күренеше. Ташып, сәсрәп-сәсрәп Ғәҙелша йылғаһы аға. Ике үҙән буйлап аҡҡан шишмә яҙлы-көҙлө ҡотороп аға, ә йәйен тыныслана.

Был шарлауыҡты күптәр күрмәгән, ә ишетеп кенә беләләр ине. Ҡайһы берәүҙәр отпускаһында сит илгә ял итергә барырға тырыша. Уйлап ҡараһаң, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ла бай тарихлы, мөғжизәле, гүзәл тәбиғәтле, матур урындарыбыҙ бихисап.

Бындағы матурлыҡты күреп, һөйөндөк. Тәбиғәт ҡосағында һынаулы минуттар һиҙелмәй ҙә үтте. Һәр кемебеҙ тәртип, таҙалыҡ һағында булдыҡ, үҙ артыбыҙҙан сүп-сар ҡалдырмаҫҡа тырыштыҡ. Иң беренсе булып  Пикалова Елена, Хәйерниса Амантаева ( Һамар), Гөлзифа Галина (Степной), Гөлсәсәк Исламова, Хәтифъямал Солтанова (Аҡъяр), Сәрүәр Тусалина (Татыр-Үҙәк), Хәбирә Байғужина (Бүребай), Һаҙый Рәхмәтуллин (Яңы Ергән) ҡаяға үрмәләп менделәр. Иң өлкәнебеҙгә 83, иң кесебеҙгә 43 йәш ине.  

Бер аҙға булһа ла ауырыу һыҙлауҙарҙы онотоп, үҙебеҙ тураһында хәстәрлек күреүҙе тойоп, был матур сәйәхәтте ойоштороусыларға оло рәхмәт белдерәбеҙ. Бындай осрашыуҙар киләсәктә лә булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Фатима Ҡоҙабаева.

Аҡъяр ауылы.

Автор:
Читайте нас