Район хакимиәтендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар мәсьәләләре буйынса сираттағы ведомства-ара комиссия ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов, БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, күҙәтеү ведомстволары вәкилдәре, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, “Башҡорт баҡыры”, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты”, “Башзолото”, “Семенов руднигы” йәмғиәттәре етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Ултырыш барышында Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын үҙләштереү, ер аҫты руднигын төҙөү пландары, Хәйбулла районы биләмәһендәге төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдарына ер аҫты ҡулланыусыларының экологик аспекттарын һәм йоғонтоһо тикшерелде. Төп иғтибар хәйбулла юлдары проблемаларына йүнәлтелде, уларҙың күбеһе иғтибар һәм хәл итеүҙе талап итә. Тау-мәғдән предприятиелары менән берлектә аныҡ саралар әҙерләнә һәм уларҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты билдәләнә.
Азат Баҙранов ултырышты асып, ведомство-ара комиссияның алдағы күсмә ултырыштары Баймаҡ, Учалы райондарында үтеүен, район территорияһында бер нисә эре тау-мәғдән предприятиеһы тарафынан күп йыллыҡ ер аҫтын әүҙем эшкәртеү менән бәйле быйылғы ултырыш Хәйбулла районында планлаштырылыуын билдәләне.
-Хәйбулла районы территорияһында ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар менән файҙаланыуға 15 лицензия бирелгән, шуларҙың туғыҙы геологик өйрәнеү, эҙләү һәм баһалау, өсәүһе разведка һәм сығарыу, икәүһе сығарыу һәм бер комплекслы лицензия. Башлыса районда баҡыр сығарыла, ул бөтә лицензияларҙа ла бар. Лицензияларҙың хужалары "Башҡортостан тау-мәғдән компанияһы», «Башҡорт баҡыры», «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты», "Башзолото" йәмғиәттәре. Бөгөнгө ултырыш үрҙә атап үткән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләрен ҡарауға арнала.
Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге йәмәғәт мөхитендә билдәле бер резонанс тыуҙырғанлыҡтан, беҙ, элеккесә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар һәм халыҡ менән даими системалы үҙ- ара эш итеү яҡлы, - тине Азат Баҙранов.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сығышында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың Хәйбулла районы территорияһындағы төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдарына йоғонтоһо һөҙөмтәләре тураһында бәйән итте. Ул үҙ сығышында ҙур габаритлы ауыр йөк транспорты менән рөхсәт ителгән норматив массанан артыҡ йөк ташыу проблемаһына иғтибарҙы йүнәлтте. Район территорияһы аша үткән тау-мәғдән предприятиеларының һәм башҡа техниканың транспорт эшмәкәрлеге, башҡа төбәктәрҙән Ырымбур өлкәһенә һәм Ҡаҙағстанға йөк ағымының ҙур күләме һөҙөмтәһендә төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарына һәм күпер ҡоролмаларына зыян килтерелеүен билдәләне.
-Бөгөн беҙҙең өсөн юлдар торошо актуаль тема булып тора. Хәйбулла районында төбәк әһәмиәттәге юл 53 км, муниципаль-ара 274 км, урындағы әһәмиәттәге юл 553 саҡрым. Һуңғы йылдарҙа район территорияһындағы юлдарҙа ҙур йөк машиналарының йөктөң рөхсәт ителгән массаһын арттырыуы күҙәтелә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм район хакимиәте ҡарарҙарына ярашлы, 1 апрелдән 30-на тиклем ауыр йөк транспорт саралары хәрәкәтен төбәк һәм муниципаль-ара, шулай уҡ урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа ваҡытлыса сикләү индерелде. Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, йыл һайын Хәйбулла районы автомобиль юлдарында ауыр йөк машиналары йөрөү осраҡтары теркәлә. Былай барһа тағы ла бер нисә йылдан беҙҙең юлдарҙа йөрөү мөмкин булмаясаҡ, - тине Рөстәм Шәрипов.
Хәйбулла район территорияһында юлдар торошо мәсьәләһе буйынса тау-мәғдән предприятиелары вәкилдәре лә үҙ фекерен белдерҙе һәм тәҡдимдәрен индерҙе.
Хәйбулла районында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге хәл-торош тураһында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һөйләп үтте.
Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеүгә һәм ер аҫты руднигын төҙөүгә әҙерлек тураһында “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте директоры Александр Туленков сығыш яһаны.
Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының ер бүлеү сиктәрендә боҙолған ерҙәрҙе рекультивациялау һәм санациялау тураһында “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Аблаев мәғлүмәт бирҙе.
Азат Баҙранов, районға социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән муниципалитет һәм тау-мәғдән предприятиелары араһында төҙөлгән емешле хеҙмәттәшлекте билдәләп, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың иғтибарын юлдарҙы файҙаланыу, ташыусыларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу һәм урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып проблемаларҙы хәл итеү мәсьәләләрендә яуаплыраҡ ҡарашҡа йүнәлтте. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының өйөмдәрҙе рекультивациялау мәсьәләһе буйынса комиссия ҡарарының үтәлешен контролдә тотоу маҡсатында бер айҙан районға килергә тәҡдим итте.
Ведомство-ара комиссия ултырышы йомғаҡтары буйынса төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына килтерелгән зыянды баһалау, тау-мәғдән предприятиелары продукция ташыған юлдарҙы һәм күпер ҡоролмаларын тикшереү, юлдар менән хәлде яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡатнашлығында Урал аръяғында юл төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәреү бурысы йөкмәтелде.
Шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларға һөҙөмтәле эш алып барыу һәм законһыҙ ғәмәлдәргә юл ҡуймау, ҙур габаритлы ауыр йөк ташыусы транспорт сараларын техник файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу маҡсатында подряд ташыусыларының эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү.