Әбеш ауылы аҡһаҡалдары район делегацияһы составында Яҡтыкүл, Абзан яҡтарында матур сәфәрҙә булып ҡайттылар.
Әүҙем эшләп килгән "Башкирское долголетие - туризм" проекты ололарға әленән-әле күңелле, фәһемле ял бүләк итеп тора. Был юлы оло быуын Таһир Күсимов музейында булды, Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәтенең бер мөйөшөн күреп ҡайттылар. Юлдаштарына юл буйы моңло йырҙарын бүләк итергә лә онотманы аҡһаҡалдар. "Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһенән һуң ҙур бүләк булды был сара ололарға.
#Туризм2024
#КультураХайбуллы
#Башкирскоедолголетиетуризм
#Айыҡауыл2023