Яңылыҡтар
21 Май 2024, 11:55

Азат Бадранов бөгөн Хәйбулла районында

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары эш сәфәрендә  Подольск ауылы халҡын күсереү буйынса  күп фатирлы йорттар төҙөлөшө майҙансығында булды

Азат Бадранов бөгөн Хәйбулла районындаАзат Бадранов бөгөн Хәйбулла районында
Азат Бадранов бөгөн Хәйбулла районында

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары, ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия етәксеһе Азат Шамил улы Бадранов Хәйбулла районына рәсми сәфәре барышында Подольск ауылы кешеләре өсөн тәғәйенләнгән күп фатирлы йорттар төҙөләсәк майҙансыҡты ҡараны.

Объект Аҡъяр ауылында Төньяҡ-Көнсығыш микрорайонында урынлашҡан.   Төҙөлөш эштәрен “Урал” ЯСЙ-һы (Екатеринбург ҡ.) башҡара. Һәр бер өс ҡатлы йортта 36-шар фатир (өс бүлмәле 6 фатир, ике бүлмәле 21 фатир, бер бүлмәле 9 фатир) буласаҡ. Шулай итеп дөйөм алғанда, 4 йортта 144 ғаилә өй туйлай аласаҡ. Фатирҙарҙың дөйөм майҙаны – 8149 квадрат метр.

Йорттарҙы төҙөүҙән тыш, улар тирәһен төҙөкләндереү, инженер коммуникацияларына, шул иҫәптәнә электр, газ, һыу һәм канализация селтәрҙәренә тоташтырыу ҡаралған. Һәр бер фатирҙа айырым газ ҡаҙанлығы буласаҡ. Тағы ла таҙартыу ҡоролмаларын һәм канализация селтәрҙәрен төҙөү ҡаралған, был ғәмәлдәге үткәргестәргә  көсөргәнешлекте кәметеү өсөн эшләнә.

План буйынса тәүге бәхетле фатир хужалары 2025 йылдың аҙағында өй туйлай аласаҡ.

Азат Бадранов бөгөн Хәйбулла районында
Азат Бадранов бөгөн Хәйбулла районында
Азат Бадранов бөгөн Хәйбулла районында
Азат Бадранов бөгөн Хәйбулла районында
Азат Бадранов бөгөн Хәйбулла районында
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас