Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май , 15:26

Республикала «берҙәм тәҙрә» режимында газ үткәреү өсөн субсидия алырға мөмкин

-

Республикала «берҙәм тәҙрә» режимында газ үткәреү өсөн субсидия алырға мөмкин
Республикала «берҙәм тәҙрә» режимында газ үткәреү өсөн субсидия алырға мөмкин

Башҡортостан хөкүмәтенең 2024 йылдың 14 майындағы 162-се ҡарары менән «берҙәм тәҙрә» режимында республиканың күп функциялы үҙәктәрендә күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеге киңәйтелде.

Атап әйткәндә, льготалы газ үткәреү хоҡуғына эйә граждандар шул рәүешле газ ҡулланыу ҡорамалын һатып алыу һәм ҡуйыу, шулай уҡ республика биләмәһендә социаль газ үткәргәндә ер участкалары сиктәрендә технологик тоташтырыу буйынса эштәр башҡарыу өсөн субсидия алырға мөмкин.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, программа сиктәрендә Башҡортостандың 49 мең самаһы йорт биләмәһе сигенә тиклем өҫтәмә газ үткәрелгән. Яҡынса 2 мең ауылда 3,5 мең газ үткәргес төҙөлгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-17/v-bashkirii-mozhno-poluchit-subsidiyu-na-gazifikatsiyu-v-rezhime-odnogo-okna-3770733

Автор:Роман Якимчук
Автор:
Читайте нас: