Яңылыҡтар
17 Мая 2024, 05:08

Музейҙарҙа - халыҡ тарихы

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында “Музейҙар төнө” акцияһы үтте.

Музейҙарҙа - халыҡ тарихыМузейҙарҙа - халыҡ тарихы
Музейҙарҙа - халыҡ тарихы

Музейҙар төнө — Халыҡ-ара музейҙар көнөнә бәйле үткәрелә торған халыҡ-ара акция, ул акция сиктәрендә музей экспозицияларын төндә ҡарау ойошторола. Был төндә күп музейҙар ҡояш байығандан иртәнгә тиерлек ҡарарға килеүселәрҙе ҡабул итә. Акцияның төп маҡсаты — хәҙерге музейҙарҙың мөмкинлеген күрһәтеү, музейҙарға халыҡты йәлеп итеү. Беренсе «Музейҙар төнө» Берлинда 1997 йылда үткәрелгән.

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында “Музейҙар төнө” акцияһында ҡатнашыусыларға бай йөкмәткеле программа тәҡдим ителде.  Сарала ҡатнашыусылар күргәҙмәләр, оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре менән танышты, төрлө конкурс-викториналарҙа ҡатнашты, лотерея уйынында бүләктәр отто, ҡыҫҡаһы файҙалы ял итте.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас