Яңылыҡтар
16 Май 2024, 04:58

«Яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу – төп бурысыбыҙ», –ти хәрби яҡташыбыҙ

.

«Яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу – төп бурысыбыҙ», –ти хәрби яҡташыбыҙ«Яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу – төп бурысыбыҙ», –ти хәрби яҡташыбыҙ
«Яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу – төп бурысыбыҙ», –ти хәрби яҡташыбыҙ

Илебеҙ тыныслығы өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр, ҡыҫҡа көнлө отпускыға ҡайтҡанда, ваҡыттарының тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән һөйләшергә лә мөмкинлек табалар. Бөгөнгө мәҡәлә геройым, “Полигон” позывнойлы яугир.

Яҡташыбыҙ Сибай медицина колледжының икенсе курсында уҡығанда хәрби хеҙмәткә алына. Бер йыл Дондағы Ростов ҡалаһында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итеп, 2016 йылда ҡулына диплом ала. Хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһында ашығыс ярҙам бүлегендә башлай, аҙаҡ Баймаҡ дауаханаһына эшкә күсә.
Хәйбулла егете 2022 йылдың сентябрь айында өлөшләтә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
–Тәүҙә Ҡазан ҡалаһында бер ай учебка үттек, артабан беҙҙе Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһына күсерҙеләр. Артабан батальондар буйлап йөрөп, яугирҙарға тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәттек. Бөгөнгө көндә беҙ икенсе һыҙыҡта торабыҙ. Яралыларҙы алып киләләр, уларға беренсе ярҙам күрһәтәбеҙ. Кемдәргә операция кәрәк, шунда уҡ яһайбыҙ. Ҡайһылары реанимацияла, хирургия бүлегендә дауалана. Еңелерәк йәрәхәт алғандарҙы госпиталдәргә ебәрәбеҙ. Медицина кәрәк-яраҡтары даими килеп тора, яралыларға беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн барыһы ла бар. Беҙ медицина хеҙмәткәрҙәре булһаҡ та тулыһынса ҡоралланғанбыҙ. Көтөлмәгән һөжүмгә лә әҙер булырға тейешбеҙ, – ти яҡташыбыҙ.
Ҡыйыулығы һәм хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн “Полигон” бер нисә дәүләт наградаһы менән билдәләнгән: “Хәрби хеҙмәттәшлек” һәм «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Медицина хеҙмәткәре әллә күпме яралыға ваҡытында ярҙам күрһәткән. “Минең бурыс – яугирҙарға ашығыс ярҙам итеп, ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалыу”, – ти батыр егет.
–Өс тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттым. Ауылда рәхәт, тыуған йортта һиллек, тыныс. Самолеттарҙың шаулауы ла, осоу тауышы ла ишетелмәй. Өйҙәгеләр менән һөйләшһәң, күңелгә рәхәт булып ҡала. Ҙур көс, өмөт-ышаныстар бирә, бик ныҡ дәртләндерә.
Әлбиттә яу яланында еңел түгел, йәрәхәтләнгән яҡташтарыңды ла осратаһың. Төрлө-төрлө пациенттар була, кемгәлер укол һалырға, бәғзеләрен рухи яҡтан тынысландырырға ла кәрәк. Госпиталь бөтә кәрәкле әйберҙәр, дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Яугирҙарға ла һәр төрлө ярҙам кәрәк. Ҡайһы ваҡытта яралыларҙың һаны артып, өлгөрә алмаған ваҡыттар ҙа булғылай. Күптәр ҡаты яралы була, кемдер аяҡһыҙ, икенселәре ҡулһыҙ ҙа ҡала. Артабан йәшәргә кәрәк тип тынысландырабыҙ, протез менән дә тулы тормош алып барырға мөмкин, тип йыуатабыҙ.
Яу яланында һәр төрлө мәлдәр була: яугирҙар инсульт, инфаркт һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыуы ихтимал. Барыһын да дауаларға, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, – ти яугир.
“Полигон” үҙенең медицина юлын һайлауына һис үкенмәй, һуғыш яланынан яраланып килгән һалдаттарҙың иҫән ҡалыуына, һауығыуына ысын күңелдән шатлана.
Гүзәл Бохарбаева

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас