Яңылыҡтар
16 Май 2024, 05:04

Осраҡлы шылтыратыу уларҙы ғүмерлеккә бәйләй

Районыбыҙҙа үтә лә матур ғаилә йәшәй.  Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренһәләр ҙә, улар күптәргә өлгө булырлыҡ. Һүҙем - Аҡъярҙан Баҡтыбаевтар тураһында. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар тормош төшөнсәһе хаҡында бик аҡыллы фекер йөрөтә. Быға икеһенең дә өлгөлө ғаиләнән сығыуы булышлыҡ иткән, күрәһең.

Осраҡлы шылтыратыу уларҙы ғүмерлеккә бәйләйОсраҡлы шылтыратыу уларҙы ғүмерлеккә бәйләй
Осраҡлы шылтыратыу уларҙы ғүмерлеккә бәйләй

Бөгөн "интернет йәки телефон аша таныштыҡ" тигән һүҙҙәр берәүҙе лә аптыратмайҙыр. Танышып, табышып, бәхетле йәшәп киткән йәки осрашып йөрөгәндәр аҙ түгел. Заманы шулай булғас, виртуаль аралашыуҙар ғәҙәти хәлгә әүерелде лә инде, ә кемдәрҙер бит үҙ парын, ғүмерлек йәрен тап ошо телефондар аша таба ла инде. Баҡтыбаевтар ҙа тап ошондайҙарҙың береһе. Таныш булмаған номерҙан килгән шылтыратыу уларҙың яҙмыштарын ғүмерлеккә бәйләй.

Ғаилә башлығы Наил Фәрит улы Подольский ауылында тыуып үҫә, белем ала. Мәктәп йылдарынан һуң Аҡъяр тау колледжына уҡырға инеп, һөнәр ала. Артабан  Владивосток өлкәһендә һауа-десант ғәскәрҙәре сафында хеҙмәтен тултырып ҡайта. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнә ҙә аҙ”, тигән төшөнсә Наил Баҡтыбаевҡа тап килә, Себер тарафтарында ла, Подольск ауыл хакимиәтендә лә, шахтала ла эшләй, үҙ көсө менән ҙур, матур йорт төҙөй. Бынан тыш, футбол уйнай, район командаһы составы менән ярыштарға йөрөй.

Луиза Радмир ҡыҙы Бакаловка ауылынан донъяға килә. Мәктәп йылдарынан һуң әсә һүҙен йыҡмайым тип тарих факультетына уҡырға бара, тик күңеле үҙ итмәгән ерҙә уҡыу теләге булмай. Матурлыҡ өлкәһен һайлап уҡып сыға һәм парикмахер дипломын ала.  10 йылдан ашыу матурлыҡ индустрияһында эшләй. Ул колористика менән шөғөлләнә, макияж яһай. Әлеге ваҡытта декрет ялында булһа ла, был уға яратҡан эше менән шөғөлләнергә ҡамасауламай. Тағын да ул ҡыҙҙар өсөн уҡыу курстары ла үткәрә. Үҙенең хеҙмәте өсөн Луиза Радмир ҡыҙы бик күп рәхмәт хаттары, грамоталар менән бүләкләнә.

Наил һәм Луиза Баҡтыбаевтарҙың  ғаиләһендә өс ул һәм бер ҡыҙ үҫә. Өлкән улдары Инсанға 10 йәш, 3-сө Аҡъяр полилингваль күп профилле мәктәбенең 4-се класында уҡый. Атаһы кеүек футбол ярата. Программалау менән шөғөлләнә. Бәләкәй сағынан Ютуб каналында үҙенең блогын алып бара. Киләсәктә үҙен программист булып күрә. Урта улдары Ниязға 7 йәш, 1-се класс уҡыусыһы. Дуҫтары менән аралашырға һәм саф һауала йөрөргә ярата. Бәләкәй туғандарын ҡарарға ярҙам итә. Кесе улдары Самир, уға өс йәш, "Шатлыҡ" балалар баҡсаһына йөрөй. Төрлө транспорт төрҙәре менән мауыға, йырларға ярата. Күптән көткән ҡыҙҙары Сабинаға ни бары 4 ай, ул бик ҡыҙыҡһыныусан. Балаларын бәлкәй саҡтан уҡ  хеҙмәткә, эшкә ылыҡтыралар, аталарына төҙөлөш эштәрендә, әсәләренә аш-һыу бүлмәһендә лә ярҙам итәләр.

Һәр ғаиләнең үҙ ҡиммәттәре һәм йолалары бар. Баҡтыбаевтар күберәк ваҡыттарын ғаиләһе менән  үткәрергә тырыша. Улар спорт, саф һауала йөрөү, туғандар, дуҫтар менән аралашыуға өҫтөнлөк бирәләр.

         - Өлкәндәрҙе һәр ваҡыт хөрмәт итергә, әйткәндәренә ҡолаҡ һалыр кәрәк, әммә һөнәр һайлағанда һәр кешенең үҙ ҡарары булырға тейеш, сөнки тап үҙеңә оҡшаған һөнәр һине ҡанатландыра һәм был эшкә көн дә ҙур теләк менән йөрөйһөң. Балалар өсөн һәр ваҡыт өлгө булырға тырышабыҙ, уларға һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ.  Өй эштәрен дә бергәләп башҡарабыҙ. Яҡында яратҡан кеше һәм уйнаусы балаларҙың яңғырауыҡлы көлөүен ишеткәс, йөрәк наҙ менән тула, донъя йәйғорҙоң бөтә төҫтәре менән уйнай, был мәлде мөмкин тиклем оҙағыраҡ дауам итеүен теләйем. Сөнки һәр беребеҙҙең төп маҡсаты - балаларҙы тәрбиәләү һәм уларҙың тормошон бәхетле итеү. Үҫеп еткәс, ата-әсәләре өлгөһөндә үҙ ғаиләләрен булдырырҙар тип ышанабыҙ, - тине Наил һәм Луиза Баҡтыбаевтар.

Баҡтыбаевтар ғаиләһе күп йәш ғаиләләр өсөн сағыу өлгө булып тора. Улар күптәрҙе рухландыра, көслө һәм бәхетле ғаиләләрҙең, йәмғиәттең нигеҙе булыуын күрһәтә.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас