Яңылыҡтар
16 Май 2024, 05:12

Моталовтарҙың ғаилә бәрәкәте

.

Моталовтарҙың ғаилә бәрәкәтеМоталовтарҙың ғаилә бәрәкәте
Моталовтарҙың ғаилә бәрәкәте

Йәнтеш ауылында бер урамда уйнап үҫеп, дуҫлашып, артабан ҡауышып, ғаилә усағы ҡабыҙған парҙар байтаҡ. Зөлфиә һәм Мәжит Моталовтар ҙа нәҡ шундай ғаилә.

Мәжит Ғәлиулла улы һигеҙ бала араһында дүртенсеһе булып колхозсылар ғаиләһендә донъяға килә. 10-сы класты тамамлап, әрме сафына юллана. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, колхоз эшенә сума. Комбайнда ла, тракторҙа ла эшләй, мал да баға. 1980 йылда бер урамда уйнап үҫкән һылыуға–Зөлфиәгә өйләнә.
Зөлфиә Рафайыл ҡыҙы ла ишле ғаиләнән. Йәнтеш мәктәбен бөткәс, колхозда быҙау ҡарай, артабан һауынсы булып эшләй.
–Бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәргә тырышабыҙ. Беребеҙ ҙә эштән ҡурҡып тормай, кемдең ваҡыты бар, шул йорт мәшәҡәттәренә тотона. Донъя көтөү — йылға кисеү түгел. Һәр хәлдә лә беҙ ирем менән сабырлы, айыҡ аҡыллы булып ҡалырға тырыштыҡ. Ул мине һүҙһеҙ аңлай, бер ваҡытта ла рәнйетмәҫ, һәр башланғысымды хуплар кешем,–ти хужабикә.
Моталовтарҙың мөхәббәт емештәре булып өс бала донъяға килә. Ҡыҙҙары Филүзә ғаиләһе менән Татыр-Үҙәктә йәшәй, биш бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Илдар район үҙәгендә йәшәй, ҡатыны менән биш бала үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Динарҙары мәрхүм булып ҡалған.
–Атай-әсәйемдең тормош юлы беҙгә өлгө булып тора. Һәр ял һайын тыуған ауылыма ҡайтып торам. Донъяуи мәшәҡәттәрҙән айырылып, атай-әсәйең менән бер табын артында йыйылыу кинәнес тә, рухи көс тә өҫтәй. Ауырымаһындар, уларға сәләмәтлек теләйем,–ти улдары Илдар.
Хәҙер мал аҫрау бик ауыр тиһәләр ҙә, Моталовтар эштән ҡурҡып тормай. Ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт һәм ҙур баҡса тоталар. Үҙ көстәре менән иркен йорт һалып ингәндәр.
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас