Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы инвалидтары ойошмаһы, Гөлсирә Хәкимова етәкселегендә ике автобус менән Ғәҙелша шарлауығына сәйәхәткә сыҡтыҡ. Башҡортостанда төрлө шарлауыҡтар бар. Уларҙың араһында иң бейеге тип Ғәҙелша шарлауығы иҫәпләнә. Ул Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағында Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ.
Был ваҡытта ағым бик көслө ине, һыуы үтә күренмәле, таҙа. Быны кешеләр үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Силәбе, Өфө, Магнитогорск һәм башҡа күп райондарҙан туристар киләләр, ял итәләр.
Тауға менеү еңелдән булманы, йә бихисап таштар, йә текә ҡая. Әммә был беҙҙе ҡурҡытманы, киреһенсә ниндәйҙер көс-дәрт өҫтәне. Хозур тәбиғәт менән һоҡланып, аралашып, тәмле сәй менән тамаҡ ялғап, яйлап ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ.
Әлиә Бохарбаева.